ӨФӨ ҺАҢҒЫРАУҘАР МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
ӨФӨ ҺАҢҒЫРАУҘАР МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО. 1958 й. Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Һаңғырауҙар мәҙәниәт йорто булараҡ асыла, 1999 й. алып Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Ө.һ.м.й. 70 урынлыҡ тамаша залы, репетициялар залы бар. Үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективтары эшләй: “Агидель” хореография төркөмө (1976 й, 1986 й. алып “халыҡ”; етәксеһе Р.М.Саттаров), “Шанс” ым‑ишара ярҙамында йырлау (1995; етәксеһе Г.Ө.Ғабдуллина), иллюзионсылар (етәксеһе И.Р.Мәмәтов), “Солнышко” балалар ижады (етәксеһе А.Е.Сидорова), “Надежда” ветерандар (етәксеһе С.С.Смирнова), театрлаштырылған тамашалар һәм клоунада (етәксеһе Ғабдуллина) студиялары. Мәҙәниәт йортонда респ. һәм төбәк үҙешмәкәр ижад смотрҙары, ым‑ишара ярҙамында йырлау конкурстары, балалар ижады фестивалдәре үткәрелә.
Тәрж. Р.Р.Абдрахманов