Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЦИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

Просмотров: 1049

СОЦИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, социология өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы, махсус һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Махсус С.б.б.б. дөйөм социология, иҡт. социологияһы, идара итеү социологияһынан тора. 1990—99 йй. социология фәнни дисциплина булараҡ бөтә вуздарҙа ла мәжбүри предметтар иҫәбенә инә. Башҡортостанда С.б.б.б. Башҡорт дәүләт университетында социология каф. асылғандан һуң үҫеш ала (1990), уның базаһында 2000 й. социология теорияһы һәм тарихы каф., ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы каф. асыла. Философия һәм социология ф‑тында (2000 й. нигеҙләнгән) белгестәр, бакалаврҙар һәм магистрҙар әҙерләнә. Социология уҡыу дисциплинаһы булараҡ Авиация техник университетында (1991 й. социология һәм политология каф. асыла, 2006 й. алып социология һәм соц. технологиялар каф.), Педагогия университетында (1998 й. философия, социология һәм политология каф. асыла), Нефть техник университетында, Иҡтисад һәм сервис университетында һ.б. вуздарҙа уҡытыла. Өҙлөкһөҙ С.б.б.б. программаһы аспирантура һәм докторантурала тормошҡа ашырыла. Респ. 20‑нән ашыу социол. фәндәре докторы һәм 50‑гә яҡын фән кандидаты бар. С.б.б.б. үҫешенә Н.А.Айытов, Ю.В.Акатьев, В.Д.Голиков, Й.М.Ғиләжетдинов, Ю.Н.Дорожкин, Р.А.Злотников, Р.И.Ирназаров, Р.Б.Камаев, Т.П.Моисеева, Р.Т.Нәсибуллин, Р.М.Төхвәтуллин, Ф.С.Фәйзуллин һ.б. ҙур өлөш индерә.

Әҙәб.: Социологическая наука и социологическое образование в Республике Башкортостан. Уфа, 2002.

Р.З.Сәлиев, Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019