Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СУҠ МУЙЫЛ”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй

Просмотров: 1140

“СУҠ МУЙЫЛ”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Йырҙың легендаһын һәм инструменталь варианттарын тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков 1894 й. Верхнеурал өйәҙе Ҡобағош а. ҡурайсы М.Мырҙағоловтан, Орск өйәҙе Ташбулат а. ҡурайсы М.Ҡараҡаевтан яҙып ала һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫтыра; шиғри тексы 1937 й. Әбйәлил р‑ны Асҡар а. Б.М.Мәһәҙиеванан, Баймаҡ р‑нында Х.Мулдаҡаевтан яҙып алына һәм “Башҡорт халҡ ижады” (1‑се том, 1954) китабында баҫтырып сығарыла. Йырҙың варианттарын Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, Х.Ф.Әхмәтов яҙып ала. Бейеү характерындағы шаян йыр. К.М.Дияров һөйләгән легендаларҙың береһе б‑са, йырҙың барлыҡҡа килеүе БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Оло Басай а. булған ваҡиғаға бәйле. Йәш һунарсы егет Ирәндек һыртындағы Ҡараташ тауына ҡапҡан ҡуя һәм әгәр бүре эләкһә, ҡоҙасаһына уны кәләш итеп алырға һүҙ бирә. Егет атын ағасҡа бәйләп, яралы йыртҡысты эҙәрләй башлай. Йыртҡысты тотоп кире килһә, атынан һөйәктәре генә ҡалған була. Егет күңелһеҙ ваҡиғаны һүҙҙәр м‑н аңлата алмай, кәләшенә йырлап хикәйәләй. Дүрт юллыҡ строфаны үҙ эсенә алған “С.м.” көйө ҡабатланып килгән ике һөйләмдән тороусы периодтан ғибәрәт. Түбәнәйеүсе терция һәм кварта һикерештәре һәм аныҡ ритм көйгә үҙенсәлек өҫтәй. Башҡарыусылар араһында А.М.Айытҡолов, К.А.Вәлиев. Әхмәтов тауыш һәм фп. өсөн, М.П.Фоменков ҡатнаш хор өсөн эшкәрткән. “С.м.” көйө “Сыңрау торна” балетында, М.М.Вәлиев м‑н Н.И.Пейконың “Айһылыу” операһында ҡулланылған.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023