Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАТЛЫ ТАМЫР

Просмотров: 675

ТАТЛЫ ТАМЫР (Glycyrrhiza), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Африканан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда Коржинский Т.т. үҫә. Көслө тамырлы һәм тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тарбаҡлы йәки ябай, биҙле, осонда ҡайһы берҙә тарҡау төктәре була, бейеклеге 30—70 см. Япрағы ишһеҙ ҡауырһын, 2—5 пар япрағы булған ҡыҫҡа биҙле һаптарҙа урынлашҡан. Япраҡсығы йомортҡа формаһында, төрткө‑төрткө биҙҙәре бар. Сәскәһе шәмәхә‑аҡ төҫтә, кәүшәк суҡтарға йыйылған. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡуҙаҡ, июль—сент. өлгөрә. Тоҙло тупраҡлы болондарҙа, Башҡортостандың Урал аръяғы далаларында үҫә. Тамырһабаҡтарында һәм тамырҙарында глицирризин к‑таһы, флавоноидтар, тритерпен гликозидтары һ.б. бар, медицинала ҡулланыла. Аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә шыжлап торған эсемлектәр, кәнфиттәр һ.б. эшләү өсөн файҙаланыуға яраҡлы. Мал аҙығы үҫемлеге. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ф.К.Мортазина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: