Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛАЛАР ӨСӨН ТЕАТР

Просмотров: 845

БАЛАЛАР ӨСӨН ТЕАТР, балаларға тәғәйенләнгән драма, муз. һ.б. театрҙарҙың спектаклдәре; даими эшләүсе проф. театр. Б.ө.т. маҡсаты — театр сәнғәте саралары аша балаларға һәм үҫмерҙәргә идея һәм эстетик тәрбиә биреү. Спектаклдәр балаларҙың йәшенә ҡарап ҡуйыла: мәктәпкәсә йәштәге балалар, бәләкәй, урта һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн.

Башҡортостанда балалар өсөн тәүге спектаклдәрҙе 1919 й. тирәһендә башҡ. фольклоры әҫәрҙәре б‑са Ш.Бабич һәм Б.Ә.Йосопованың художество етәкселегендә театр‑эстрада төркөмө ҡуя: “Урал улы” әҙәби‑муз. композицияһы, “Ҡарға балаһы”, “Ҡуңыр буға” хореографик миниатюралары. 1919—21 йй. Өфө губ. халыҡ мәғарифы бүлеге эргәһендә ҡарауһыҙ ҡалған балалар һәм кесе йәштәрҙә енәйәт ҡылыусылар өсөн татар‑башҡ. труппаһы (1920 й. тиклем) эшләй, уның репертуарына билдәһеҙ авторҙың “Пугачёв һәм башҡорттар”, Ғ.Туҡайҙың “Шүрәле” поэмаһы б‑са ш. уҡ исемле, М.Фәйзиҙең “Ауылда байрам” постановкалары, концерт программалары инә; “Балалар театры” театр контораһы (мөдире Н.Витковская) С.Т.Аксаков, Х.К.Андерсен, В.Гауф, Ш.Перро һ.б. әкиәттәре б‑са спектаклдәр ҡуя.

30‑сы йй. Ҡурсаҡ театры, Йәш тамашасы театры ойошторола, уларҙың структураһында мәктәптәр, пед. йәмәғәтселек, комсомол ойошмалары һ.б. м‑н бәйләнеш урынлаштырыу өсөн пед. бүлек эшләй. 1931 й. Урыҫ драма театры сәхнәһендә балалар өсөн Н.В.Гоголдең “Раштыуаға ҡаршы төн” (“Ночь перед Рождеством”) әҫ. б‑са ш. уҡ исемле тәүге спектакль ҡуйыла. 40‑сы йй. балалар әҫәрҙәренә тәү башлап Ауырғазы колхоз‑совхоз театры (ҡара: Салауат башҡорт драма театры; 1943, “Пашка”, В.А.Лёвшин), Башҡорт драма театры (1947, “Ҡыҙыл галстук”, С.В.Михалков), Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры (1948, Аксаковтың “Ал сәскә” — “Аленький цветочек” әҫ. б‑са ш. уҡ исемле әкиәт) мөрәжәғәт итә. 1950 й. Опера һәм балет театры Ч.Пуньиҙың балалар өсөн “Аҫау ҡолон-Көмрө һырт” (“Конёк‑Горбунок”) балетын, 1963 й. И.С.Польскийҙың “Тирмәкәй” (“Терем‑теремок”) операһын ҡуя. 80‑се йй. аҙ.— 90‑сы йй. башына тиклем Б.ө.т. төп бурысын Ҡурсаҡ театры үтәй; БАДТ, Респ. урыҫ драма театры, БДОБТ, Салауат башҡ. дәүләт драма театры, Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры 1—2 театр миҙгеленә балалар өсөн 1—2 постановка индерә.

90‑сы йй. яңы балалар театрҙары барлыҡҡа килә: Йәш тамашасы театры (1995 й. башлап Милли Йәштәр театры), “Сулпан”. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры, “Нур”, Туймазы татар драма театры асыла, уларҙың репертуарына миҙгеленә балалар өсөн 1—2 постановка инә. 1996 й. алып “Ҡолонсаҡ” Респ. балалар өсөн спектаклдәр фестивале (Өфө) уҙғарыла, уның жюри составына ш. уҡ балалар инә. Башҡ. драматургияһында С.В.Волков‑Кривуша, Н.Ғәйетбай, М.Кәрим, С.Р.Сурина, Р.М.Ураҡсина, З.Х.Фәйзуллина, А.С.Фәтҡуллин, С.Әлибай, И.Р.Әлмөхәмәтов һ.б. балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итә. БР‑ҙа ш. уҡ балалар халыҡ театрҙары һәм үҙешмәкәр коллективтар эшләп килә: “Аҡбуҙат”, “Буратино”, “Турғай”, “Чебурашка”, “Маска” Балалар ижады театр үҙәге (Өфө) һ.б.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: