Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАТЫР БИЛСӘНЕ

Просмотров: 728

ТАТЫР БИЛСӘНЕ (Galatella), астраһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Урта һәм Көньяҡ Европала, тропик булмаған Азияның байтаҡ өлөшөндә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр, вегетация башында үрмәксе ауына оҡшаған нескә, аҙаҡтан уҡмаш кейеҙ м‑н ҡапланған. Һабаҡтары төҙ, күп, бейеклеге 5—100 см. Япраҡтары сиратлы, ултырма, оҙонса, ланцет формаһында, төрткө‑төрткө биҙҙәре бар йәки биҙһеҙ, аҫҡылары, ғәҙәттә, 3 тамырсыҡлы. Ситке сәскәләре телсә һымаҡ, енесһеҙ, алһыу, күкһел шәмәхә төҫөндә, урта сәскәләре көпшәле, ике енесле, һары, алһыу шәмәхә төҫөндә; ҡалҡан йәки ҡалҡан‑һепертке һымаҡ сәскәлектә йыйылған. Июль— сент. сәскә ата. Емеше — орлоҡса, авг.—окт. өлгөрә. Татар Т.б. һәм тарбаҡ Т.б. Башҡортостандың Урал аръяғында татырлы һәм тоҙло тупраҡлы далаларҙа, ике сәскәле Т.б., йөнтәҫ Т.б., рус Т.б., тар япраҡлы Т.б. респ. бөтә терр‑яһында урман аҡландарында һәм ситтәрендә, һирәк япраҡлы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа, далалаларҙаүҫә. Декоратив үҫемлектәр. Составында кумариндар, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Эндемик тарбаҡ Т.б. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019