Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘЙЕН

Просмотров: 1286

ЙӘЙЕН (Silurus glanis), йәйен һымаҡтар отрядының йәйендәр ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Азов, Арал, Балтик, Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәр басс. ҡараған һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Кәүҙәһе тәңкәһеҙ, йомшаҡ тиреле һәм лайла биҙҙәре м‑н, алғы өлөшө йомро, арты тарыраҡ, оҙонлоғо 70—150 см, ауырлығы 5—50 кг. Арҡаһы ҡарағусҡыл, ян‑яҡтары һарғылт йәшел, ҡара таплы, ҡорһағы аҡ. Башы йәйенке. Томшоғо яҫы, киң, йомро. Күҙе бәләкәй. Ауыҙы ҙур, аҫҡы яңағы алға сығып тора. Тештәре ваҡ, күп, яңаҡтарында һәм аңҡауында урынлашҡан. Өҫкө иренендә бер пар оҙон мыйығы бар, эйәгендә — ике пар ҡыҫҡа мыйыҡ. Күкрәк йөҙгөсө ҙур сәнскеләрҙән тора, арҡаһындағыһы – ҡыҫҡа, баш яғына күскән, аналь йөҙгөсө оҙон, түңәрәкләнеп бөткән ҡойроҡҡа ҡушылған. Енси яҡтан 3—5 йылда өлгөрә. Апр.—авг. ыуылдырыҡ сәсә. Ата балыҡ 30—70 см тәрәнлектә һыу үҫемлектәре араһында йомро соҡор рәүешендә оя яһай. Ыуылдырығы селбәрәләр сыҡҡанға тиклем һыу төбөнә йәки ата балыҡ һаҡлаған ояның ситенә йәбешеп тора. Үрсемлелеге — 11—900 мең ыуылдырыҡ. Йәй көнө генә башлыса бәләкәй имеҙеүселәр, балыҡтар, ҡоштар, сүмесбаштар, тәлмәрйендәр, моллюскылар, ҡыҫалалар, эре бөжәктәр м‑н күп туҡлана. Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостандың Урал аръяғы йылғаларында осрай.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019