Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ

Просмотров: 2877

 

ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, билдәле бер участкаларҙа үҫеүе кәрәкмәгән ҡырағай һәм культуралы үҫемлектәр. 30 меңдән ашыу төрө билдәле, яҡынса 2 меңе киң таралған. Башҡортостанда 400‑ҙән ашыу төрө теркәлгән, яҡынса 50‑һе бөтә ерҙә осрай. Орлоғо күп була (бер үҫемлеккә бер нисә мең орлоҡ), орлоҡтары тупраҡта оҙаҡ (20 йылға тиклем) һаҡлана, орлоҡ запасы (“банк”) ҙур (1 га һөрөнтө баҫыуҙа бер нисә йөҙ млн тиклем); вегетатив юл м‑н үрсегән күп йыллыҡ ҡый үләндәре (баҫыу сырмалсығы, аҡтамыр, баҫыу ҡырҡбыуыны һ.б.) ш. уҡ вегетатив бөрөләре иҫәбенә бирешмәй. Ҡ.ү. яҙ дымлы, һыуыҡ һәм оҙайлы булғанда арта (сәсеүлек ҡыйлана); культиваторҙар м‑н эшкәртелгән рәт аралары киң булған аралыҡлы культуралар сәсеүлектәрендә (картуф, кукуруз һ.б.) бер йыллыҡ ҡый үләндәре күбәйә; пар баҫыуҙарында һәм күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәрендә кәмей. Тотош сәселгән культуралар аҫтында (иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары) аҙ йыллыҡ ҡый үләндәренең үҫеше тотҡарлана, күп йыллыҡтар үҫешә.

Биологик үҙенсәлектәре б‑са орлоҡло аҙ йыллыҡтарҙы (емештәре, орлоҡтары ярҙамында үрсегән һәм таратылған бер һәм ике йыллыҡ Ҡ.ү.), вегетатив аҙ йыллыҡтарҙы (орлоҡтар, ш. уҡ бүлбеләр ярҙамында — бүлбеле сырмалсыҡ, иренсәскә; һуғанбаштар м‑н — күп йыллыҡ миләүшәләр, эт ҡаҡыһы) һәм күп йыллыҡтарҙы (үҙәк тамырлылар — әсе әрем, ат ҡуҙғалағы; кәҫ үҫемлектәре — ҡайһы бер күрәндәр һәм ҡыяҡлылар; үренте тамырлы ҡый үләндәре — сысҡан кәрешкәһе, етенүлән һ.б.; тамырһабаҡлы ҡый үләндәре — баҫыу бөтнөгө, ҡамыш һ.б.) айырып йөрөтәләр.

Бер йыллыҡ ҡый үләндәре иртә яҙғыларға (ҡара алабута, ҡара һоло, тиле бойҙай һ.б.), һуң яҙғыларға (шыртүлән, бесәй тарыһы һ.б.), ужым (күстерәзаты төрҙәре, 2‑се йылына емеш бирәләр) һәм ҡышлаусыларға (көтөүсе муҡсаһы, ярут һ.б.; иртә яҙғы үҫентеләрҙең вегетацияһы ш. уҡ йылда тамамлана, һуңғылары ҡышлай) бүленәләр. Был төркөмдәргә ҡараған күп үҫемлектәр (ҡауҙы башы, алабута һ.б.) уңышты урыпйыйыуҙан һуң үҫеп китә. Туҡланыу ысулы б‑са (автотроф Ҡ.ү. башҡа) паразит ҡый үләндәрен (һабаҡтарға, мәҫ., ҡылйебәк, йәки тамырҙарға, мәҫ., шомбоя, йәбешәләр), ярым паразиттарҙы (ҙур шылтырауыҡ, теш үләне) айырып йөрөтәләр. Шулай уҡ газондарҙы, тәбиғи мал аҙығы биләмәләрен, урман парктарын һ.б. ҡыйлаусы төрҙәр билдәле; Ҡ.ү. рудераль үҫемлектәрҙе лә индерәләр. Респ. терр‑яһында таралыуы б‑са барлыҡ культура сәсеүлектәрендә лә осраған (баҫыу билсәне, баҫыу сырмалсығы, ялан һары билсәне һ.б.), төньяҡ (ялан шипкәне, йорт йондоҙҡайы, ваҡ бөрлөгән, ябай шәфәҡгөл, теленгән күҙлут, сыбар күҙлут, йәбешкәк бөрмәкәй һ.б.), көньяҡ (татар латугы, бесәйғойроҡ, ҡаймалы бесәй тарыһы һ.б.) райондарға тура килгән төрҙәр айырыла. Сәсеүлектәрҙең ҡыйланыуын контролдә тотоу өсөн агротехник (сәсеүәйләнеше, ер эшкәртеү системаһы һ.б.), фитоценотик (конкуренцияға һәләтле күп йыллыҡ үләндәр, ужым арышы, рапс һ.б. м‑н ҡый үләндәре үҫешен тотҡарлау) һәм химик (гербицидтар ҡулланыу) саралар үткәрелә.  Ҡый ағыулы үҫемлектәр орлоғо ҡатышҡан ярма (консолида, баҡра һ.б.) кешеләрҙең һәм а.х. малдарының ағыуланыуына сәбәп булыуы мөмкин. Ҡ.ү., мал аҙығы үҫемлектәрен ҡыҫырыҡлап, сабынлыҡтарҙың һәм көтөүлектәрҙең уңышын һәм туҡлыҡлылыҡ ҡиммәтен кәметә, уларҙың ағыулы төрҙәре хайуандарҙың ағыуланыуына килтерә. Күп ҡоротҡостарҙың, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙарын тыуҙырыусыларҙың сығанаҡтары йыш ҡына ҡый үләндәрендә барлыҡҡа килә. Ҡ.ү. каналдарҙың ләмләнеү процестарында ҡатнаша, газ һәм нефть үткәргестәр янындағы һыҙаттарҙа янғын ҡурҡынысын арттыра һ.б. Был үләндәр араһында витаминлы үҫемлектәр (ике өйлө кесерткән, көтөүсе муҡсаһы һ.б.), декоратив үҫемлектәр (баҡра, тилсә уты һ.б.), дарыу үҫемлектәре (тилебәрән, ҡандала үләне, үгәй инәүләне һ.б.), баллы үҫемлектәр (лимон бөтнөгө, бәпембә, арыҫлан ҡойроғо һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (бәпкәүләне, ҡыҫҡа мальва һ.б.) һ.б. билдәле.

Р.Ғ.Миңлебаев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.05.2023