Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙМАЗЫ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

Просмотров: 1256

ТУЙМАЗЫ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, донъяла ҙур ятҡылыҡтарҙың береһе. ТР һәм БР‑ҙың Туймазы р‑ны терр‑яһында урынлашҡан. Көньяҡ Татар көмбәҙе сиктәрендә Туймазы антиклиналь структураһына (40х20 км) тура килә. Ятыштары көмбәҙ ҡатлаулы, структуралы‑литологик, литологик. Урта һәм өҫкө девондың терриген ҡатламдарында (составына нефттең төп запастары инә), аҫҡы карбон терриген ҡатламдарының ҡом таштарында, турней ярусы һәм фамен ярусының карбонат ултырмаларында нефть бар. Нефте еңел һәм уртаса (тығыҙлығы 0,840—0,900 г/см3), түбән, уртаса йәбешкәкле (2,30—18,00 МПа•с), көкөртлө (2,0%‑ҡа тиклем), газ факторы 34,4 м33; ағымдағы нефттең уртаса дебиты тәүлегенә 2,5 т, шыйыҡсаның — 25,0 т. Девондың терриген ҡатламдары нефтенең баштағы дебиты тәүлегенә 250—300 т тәшкил итә. Аҫҡы карбон ултырмаларына тура килгән нефть ятыштары 1937 й. асыла, 1939 й. файҙаланыуға тапшырыла; девондыҡы — 1944 й., 1945—46 йй. үҙләштерелә башлай. “Туймазанефть” НГДУ үҙләштерә. Туймазы һәм Александровка майҙандары бар. 3,2 меңдән ашыу скважина бырауланған, 328,0 млн т нефть сығарылған (2010). Т.н.я. СССР‑ҙа тәүге тапҡыр ғилми нигеҙләнгән проект б‑са үҙләштерелә. Байтаҡ һөҙөмтәле нефть сығарыу технологиялары индерелә: нефть ҡатламдарының контур аръяғы буйлап һәм эсенә һыу ебәреү, скважиналарҙы (ш. иҫ. үҙәктән ситтәгеләрҙе) быраулау, уларҙа ремонт‑изоляция эштәре үткәреү; ҡатламдарға ҡыуҙырылған ағынты һыуҙарҙы әҙерләү ысулдары; скважиналар селтәренең оптималь тығыҙлығы; ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн перспектив технологиялар, ҡорамалдар һәм үткәргес торбалар һынала; яңы скважина ҡорамалдары, ш. иҫ. скважина тамағы ҡорамалдары һ.б., модификациялары уйлап табыла. Т.н.я. асҡан өсөн — М.В.Мальцев, Т.М.Золоев, А.А.Трофимук, С.И.Кувыкин һ.б. (бөтәһе лә — 1946); контур аръяғы буйлап һыу ебәреү системаһын үҙләштергән өсөн П.П.Галонский, Золоев, Кувыкин, В.Н.Щелкачёв (бөтәһе лә — 1950), Н.К.Михайловский (1951) һ.б. Сталин пр. лайыҡ була.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: