Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРНЕЙ ЯРУСЫ

Просмотров: 1042

ТУРНЕЙ ЯРУСЫ, карбондың аҫҡы бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Фамен ярусында ята, визе ярусы м‑н ҡаплана. 19 б. 60‑сы йй. Бельгияла айырып күрһәтелә, исеме Турне ҡ. алынған. БР‑ҙың платформалы өлөшөндә һәм Уралдың көнбайыш битләүендә (бында турней быуатында Кама‑Кинәле бөгөлдәре системаһы үҫеше ултырма тоҡомдар тупланыуына йоғонто яһай) Т.я. башлыса диңгеҙ карбонат һәм терриген ултырмаларынан тора. Ылымыҡтар, миоспоралар, фораминиферҙар, мәрйендәр, остракодтар, брахиоподтар, конодонттар хас. Ғүмәр, малев, упин, черепет, ҡыҙыл һәм косьва горизонттарына бүленә. Киҫелештәренең көмбәҙ (карбонат), депрессия (карбонат‑терриген) һәм борт (башлыса биогерм ҡоролмаларҙан торған массив эзбизташтарҙан ғибәрәт) типтары айырыла. Ҡалынлығы 40—120 м алып (көмбәҙ тибы) 440 м тиклем (депрессия), Уралдың көнбайыш битләүендә яҡынса 200 м. Уралдың алғы йыйырсыҡтары зонаһында Т.я. эзбизташтары Еҙем һәм Һикәҙе ҡушылдығы м‑н Егән йй. ҡаялы ярҙарында ер өҫтөнә сыға. Йылайыр синклинорийында Т.я. тәрән һыуҙағы терриген һәм кремний-карбонат ҡатламдарынан тора, ҡалынлығы 400—800 м. Уралдың көнсығыш битләүендә өҫкө турнейҙың ҡыҙыл һәм косьва йәшле берёзовка свитаһының майҙаны б‑са ҙур булмаған вулканоген‑ултырма ҡатламдары билдәле (андезит‑базальт һәм уларҙың туфтары, конгломераттары, ҡомташтары, алевролиттары, кремний‑күмер‑балсыҡ һәүер таштары), ҡалынлығы 1000 м ашыу.

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: