Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠАН ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҒЫ

Просмотров: 1325

ТУҠАН ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҒЫ, БР‑ҙа иң ҙуры. Белорет р‑нында урынлашҡан, Башҡорт мегантиклинорийының үҙәк өлөшөнә тура килә. Егәҙе-Комаров свитаһының һәм әүжән свитаһы аҫҡы өлөшөнөң күмер‑балсыҡ һәүерташтары һәм карбонаттары буйлап ашалыу ҡатлауы мәғдән һыйҙырыусы булып тора. Оҙонлоғо бер нисә йөҙ метрҙан 3 км тиклем, ҡалынлығы 3,5—15,0 м булған, 170 м тиклем тәрәнлектә ятҡан 4 мәғдән ҡатламы айырыла. Мәғдәндәре тығыҙ көрән тимерҙән һәм кәүшәк охралы айырымлыҡтарҙан тора. Төп мәғдән минералдары: гётит, гидрогётит, гематит. Составына 41,2—43,6% тимер, 1,33 — марганец, 0,02 — көкөрт, 0,05% фосфор инә. А, В, С1 категорияһындағы Т.т.м.я. баланс запастары суммала 28 млн т мәғдән тәшкил итә, С2 категорияһында — 4 млн т. Марганец һәм лантаноидтарҙың булыуына (80—140 г/т), зарарлы ҡушылмаларҙың булмауына ҡарап Т.т.м.я. мәғдәненән БП‑1 (Белорецкая Первородная) маркалы ҡорос һығылмалылығы м‑н айырылып тора; юғары сифатлы канат һәм сымдар етештереүҙә, ш. уҡ хәрби-сәнәғәт производствоһында ҡулланыла. Т.т.м.я. асыҡ ысул м‑н үҙләштерелә. Металлургиялағы ҡайтанан сығарыуҙа тығыҙ көрән тимер генә файҙаланыла. РФ‑та дефицит булған оксидлы пигменттарҙың тимерен етештереү өсөн охралы онталған мәғдәндәрҙе ҡулланыу йүнәлеше перспективалы һанала.

А.Л.Чернов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.07.2023
Связанные темы рубрикатора: