Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛОТАУ СВИТАҺЫ

Просмотров: 1444

ОЛОТАУ СВИТАҺЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович тарафынан айырып күрһәтелә (1936). Киңлеге 5—35 км тәшкил иткән О.с. ултырмалары Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш битләүендә, Ирәндек (Уча‑ лы р‑ны), Көркәк, Ҡырҡтытау, Ирәндек (Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил р‑ндары) һырттарынан көнсығышҡа табан, төньяҡта БР‑ҙың Учалы р‑нынан алып көньяҡта Ырымбур өлк. Гай р‑нына тиклем таралған. Башлыса туфоген, туфоген‑ултырма һәм ултырма вулканомикт тоҡомдарҙан тора. Ҡалынлығы 500—1800 м. Көньяҡта О.с. тоҡомдары башлыса туф ҡомташтарынан, туф алевролиттарынан, туффиттарҙан һәм вулканомикт ҡомташтарҙан, алевролиттарҙан, кремнийлы туффиттарҙан ғибәрәт; туф брекчиялары ҡатлауҙары осрай. О.с. көнсығыш киҫелешенең төньяҡ өлөшөндә базальт һәм андезибазальт лавобрекчияларының йоҡа ҡатлауҙары бар. Силәбе өлк. терр‑яһында О.с. йәш б‑са аналогы булып үрләде ҡатламы һанала. О.с. ҡарамалыташ свитаһы йәиһә ғәҙел йәки ярлыҡап ҡатламдары өҫтөндә ята; моҡас свитаһы м‑н ҡаплана. О.с. стратиграфик хәле — урта девондың живе ярусынан алып өҫкө девондың аҫҡы франс ярым ярусына тиклем (В.А.Маслов, О.В.Артюшкова, 2002).

Әҙәб.: Л и б р о в и ч Л.С. Геологическое строение Кизило‑Уртазымского района на Южном Урале //Труды ЦНИГРИ. Л.; М., 1936. Вып.81; М а с л о в В.А., А р т ю ш к о в а О.В. Стратиграфия и корреляция девонских отложений Сибай‑Баймакского района Башкирии. Уфа, 2002.

В.А.Маслов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: