Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨМӨТБАЕВ Вил Ғайса улы

Просмотров: 1069

ӨМӨТБАЕВ Вил Ғайса улы (18.2.1938, БАССР‑ҙың Әбйәлил районы Асҡар а. — 12.12.2020, Өфө ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2003). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) Көньяҡ Ҡаҙағстан нефть разведкаһы экспедицияһының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулау мастеры ярҙамсыһы, производство‑техник бүлектең өлкән инженеры, баш инженеры; 1965 й. алып (өҙөклөк менән) Башҡортостан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтында: өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире, лаборатория мөдире, 2003 й. башлап “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһының баш ғилми хеҙмәткәре. 1979—82 йй. Алжирҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса эксперт. Ө. тарафынан һыулы ҡатлам параметрҙарын өйрәнеү методикаһы, скважиналарҙың ремонт‑изоляция эштәре һәм уларҙы бөтөрөү технологиялары, тампонаж составтар, ҡатламдарҙы айырыу ысулдары, скважиналарҙың техник торошон өйрәнеүҙең һәм уларҙың эшкә яраҡлылығын тергеҙеүҙең фәнни‑методологик нигеҙҙәре эшләнгән.

Х е ҙ м.: Ремонтно‑изоляционные работы при эксплуатации нефтяных месторождений. М., 1981 (авторҙ.); Капитальный ремонт скважин. Изоляционные работы. Уфа, 2000 (авторҙ.); Обобщение опыта проведения ремонтно‑изоляционных работ на отдельных крупных месторождениях Западной Сибири. Уфа, 2013 (авторҙ.).

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2021
Связанные темы рубрикатора: