Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЖУРНАЛИСТАР СЪЕЗДАРЫ

Просмотров: 985

ЖУРНАЛИСТАР СЪЕЗДАРЫ. Съезд БР Журналистар союзының юғары етәксе органы булып тора; кәмендә 5 йылға 1 тапҡыр саҡырыла. Съезд идараны булдыра һәм яңынан һайлай, Уставты раҫлай һәм кәрәк булғанда үҙгәрештәр индерә, Журналистар союзы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләй, идара, ревизия комиссияһының отчёттарын тыңлай, ойошманы үҙгәртеп ҡора йәки ғәмәлдән сығара. 1957 й. дек. Өфөлә журналистарҙың йыйылышында Журналистар союзының Башҡ‑н бүлексәһендә Ойоштороу бюроһы асыла, уның эш планы раҫлана. Бюро рәйесе итеп Ғ.Й.Рамаҙанов һайлана.

1‑се Ж.с. 1958 й. 24 дек. үтә. БАССР Журналистар союзы ойошторола, уның эшмәкәрлегенең төп принциптары һәм бурыстары т‑да доклад тыңлана (Рамаҙанов), СССР Журналистар союзы Уставының проекты тәҡдим ителә (СССР Журналистар союзы секретары И.В.Давыдов). Журналистар союзы идараһы һайлана, идара рәйесе — Рамаҙанов, яуаплы секретары — Ү.И.Ғимаҙиев.

2‑се Ж.с. 1962 й. 1—2 ғин. үтә. Отчёт доклады (Рамаҙанов), БАССР МС эргәһендәге Радио тапшырыу һәм ТВ б‑са ком‑ттың (Ғ.В.Ғөзәйеров), “Совет Башҡортостаны” гәз. (В.В.Нафиҡов) эше т‑да докладтар тыңлана. Идара һайлана, рәйесе — Рамаҙанов, яуаплы секретары — К.В.Ғирфанов.

3‑сө Ж.с. 1966 й. 11 июлендә үтә. КПСС‑тың 23‑сө съезы ҡарарҙары сигендә БАССР Журналистар союзы эшмәкәрлеге һәм респ. журналистарының бурыстары (Рамаҙанов), “Ҡыҙыл таң” (баш мөхәррире Т.И.Ахунйәнов), “Советская Башкирия” (әҙәби хеҙм‑р В.И.Ераносьян) респ. гәзиттәре эше т‑да докладтар тикшерелә; СССР журналистарының 2‑се съезына делегаттар һайлап алына. 14 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — А.Ғ.Исмәғилев, яуаплы секретары — Ф.А.Әсәнов.

4‑се Ж.с. 1969 й. 14 ғин. үтә. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы әҙерлеккә бәйле БАССР Журналистар союзы идараһы эше һәм журналистарҙың бурыстары (Исмәғилев), ҡала һәм район гәзиттәре журналистарының эше [Баймаҡ р‑нының “Октябрьское знамя” (“Октябрь байрағы”) гәз. мөхәррире Б.А.Сәмиғуллин; Бәләбәй ҡ. “Знамя победы” (“Еңеү байрағы”) гәз. мөхәррире Р.М.Усманов], журналистар һәм яҙыусыларҙың уртаҡ эшмәкәрлеге (Яҙыусылар союзы рәйесе Х.Ғиләжев) т‑да докладтар тикшерелә. 25 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Р.М.Дашкин (“Ҡыҙыл таң” гәз. баш мөхәррире), яуаплы секретары — Д.С.Гальперин.

5‑се Ж.с. 1971 й. 13 окт. үтә. Идара (Дашкин), эшселәр һәм ҡала гәзиттәре журналистарының секциялары (Усманов), “Советская Башкирия” гәз. (Исмәғилев) эше т‑да отчёттар; журналистиканың торошо һәм перспективалары т‑да доклад (КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары Ахунйәнов) тыңлана; СССР журналистарының 3‑сө съезына делегаттар һайлап алына. 25 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Дашкин, яуаплы секретары — Гальперин.

6‑сы Ж.с. 1975 й. 23 дек. үтә. Идара эше т‑да отчёт доклады тыңлана (Дашкин). Съезд эшендә СССР Журналистар союзы идараһы секретары Б.Г.Яковлев ҡатнаша. 27 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Дашкин, яуаплы секретары — Гальперин.

7‑се Ж.с. 1977 й. 19 ғин. үтә. Отчёт доклады (Дашкин), журналистар эше т‑да доклад (Исмәғилев, “Башҡортостан ҡыҙы” ж. баш мөхәррире Р.С.Рөстәмова) уҡыла; СССР журналистарының 4‑се съезына делегаттар һайлап алына. Съезд эшендә БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе Ә.М.Мирзаһитов ҡатнаша. 29 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — В.Й.Дауытов (БАССР МС эргәһендәге ТВ һәм радио тапшырыуҙар б‑са ком‑т рәйесе), яуаплы секретары — Гальперин.

8‑се Ж.с. 1979 й. 6 дек. үтә. Журналистар союзы эше һәм журналистарҙың бурыстары т‑да отчёт доклады (Дауытов), респ., ҡала һәм район гәзиттәре журналистарының эшмәкәрлеге т‑да доклад (“Стерлитамакский рабочий” гәз. баш мөхәррире Һ.М.Арыҫланов, “Белорецкий рабочий” — А.И.Козьмин, “Советская Башкирия” — Н.П.Каменев) тыңлана. 31 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Дауытов, яуаплы секретары — Гальперин.

9‑сы Ж.с. 1981 й. 25 дек. үтә. Отчёт доклады тыңлана (Дауытов). Респ., ҡала һәм район ваҡытлы баҫмаларының, радио тапшырыу һәм телевизион тапшырыу эше тикшерелә (Каменев, “Путь Октября” гәз. мөхәррире Ә.И.Вәхитов, БАССР‑ҙың ТВ һәм радио тапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе Т.Н.Сәғитов); СССР журналистарының 5‑се съезына делегаттар һайлап алына. Съезд эшендә СССР Журналистар союзы идараһы ағзаһы А.С.Вишняков ҡатнаша. 31 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Сәғитов, яуаплы секретары — Гальперин.

10‑сы Ж.с. 1984 й. 7 дек. үтә. Респ. Журналистар союзы торошо һәм эшмәкәрлегенең перспективалары т‑да доклад тыңлана (Сәғитов). Фекер алышыуҙа СССР Журналистар союзы идараһы ағзаһы М.П.Ғабдуллин сығыш яһай. 33 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Сәғитов, яуаплы секретары — Гальперин.

11‑се Ж.с. 1986 й. 6 дек. үтә. Отчёт доклады тыңлана (Сәғитов). Респ. журналистарының эше тикшерелә (“Совет Башҡортостаны” гәз. баш мөхәррире М.Ә.Әйүпов, Д.М.Бүләков, В.С.Орлов һ.б. сығыш яһай). Идара һайлана, рәйесе — Бүләков, яуаплы секретары — Гальперин.

12‑се Ж.с. 1990 й. 20 апр. үтә. Идара эше һәм Журналистар союзын яңыртыу т‑да отчёт доклады тыңлана (Р.З.Хажиев); БР Журналистар союзы Уставы ҡабул ителә; СССР журналистарының 7‑се съезына делегаттар һайлап алына. 45 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Хажиев.

13‑сө Ж.с. 1994 й. 8 апр. үтә. Идара эше т‑да отчёт доклады тыңлана (Хажиев), БР Журналистар союзы Уставына үҙгәрештәр индереү (Р.Н.Ханнанов сығышы), “Башкир‑информ” (ҡара: “Башинформ”) мәғлүмәт агентлығын ойоштороу т‑да мәсьәләләр тикшерелә. Съезд эшендә БР Президенты М.Ғ.Рәхимов ҡатнаша. 25 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Хажиев, яуаплы секретары — И.Ә.Мәхмүтов.

14‑се Ж.с. 1997 й. 29 нояб. үтә. БР Журналистар союзының 40 йыллыҡ эш һөҙөмтәләре т‑да отчёт доклады тыңлана [М.Ш.Сәлимов (М.Сәлим)]; Уставҡа өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индерелә. Съезд эшендә БР Дәүләт секретары Әйүпов, БР Премьер‑министры урынбаҫары Х.Х.Ишморатов һ.б. ҡатнаша. 25 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Сәлимов, яуаплы секретары — В.Ш.Мәҡсүтов.

15‑се Ж.с. 2001 й. 30 нояб. үтә. Отчёт доклады тыңлана (Сәлимов); Уставҡа үҙгәрештәр индерелә, Башҡортостан журналисының һөнәри этикаһы кодексы, Журналистар фонды Уставы, Район‑ара ижади берекмәләр һәм беренсел журналист ойошмалары т‑да Положение раҫлана. Съезд эшендә РФ Журналистар союзы секретары А.В.Богомолов ҡатнаша. Идара һайлана, рәйесе — Сәлимов, яуаплы секретары — Ф.Д.Рафиҡова.

16‑сы Ж.с. 2006 й. 8 дек. үтә. Отчёт доклады тыңлана (Сәлимов). Журналистар союзы, киң мәғлүмәт сараларының редакциялары эшмәкәрлеге, ш. уҡ хәҙ. журналистиканың сифаты м‑н бәйле мәсьәләләр тикшерелә. 27 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Ф.В.Әхмәҙиев (“Ватандаш” ж. баш мөхәррире), яуаплы секретары — В.Д.Назарова.

17‑се (сираттан тыш) Ж.с. 2009 й. 18 июнендә үтә. Отчёт доклады тыңлана (Әхмәҙиев). Уставтың яңы редакцияһы ҡабул ителә; ижади союз «“Башҡортостан Республикаһы журналистары союзы” Төбәк йәмәғәт ойошмаһы»на үҙгәртелә. 27 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Әхмәҙиев, яуаплы секретары — А.Р.Шаммасов.

18‑се (сираттан тыш) Ж.с. 2010 й. 29 сент. үтә. БР Журналистар союзы эшмәкәрлеге т‑да отчёт доклады тыңлана (Әхмәҙиев). Съезд эшендә БР‑ҙың Элемтә һәм киң коммуникациялар министры Б.Н.Мелкоедов ҡатнаша. 27 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — А.Х.Дәүләтбәков, рәйес урынбаҫары — Ф.Ш.Ҡоҙаҡаев, яуаплы секретары — М.З.Саттаров.

19‑сы (сираттан тыш) Ж.с. 2013 й. 22 февр. үтә. БР Журналистар союзы эшмәкәрлеге т‑да отчёт доклады тыңлана (Дәүләтбәков); РФ Журналистар союзының Федератив советы ағзаларына кандидаттар (Дәүләтбәков һәм Сәлимов), РФ журналистарының 10‑сы съезына делегаттар (14 кеше) һайлап алына. Съезд эшендә БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Мелкоедов, мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре профсоюздарының респ. ком‑ты рәйесе А.В.Кузьменко ҡатнаша. 23 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Дәүләтбәков.

20‑се Ж.с. 2015 й. 21 дек. үтә. БР Журналистар союзы эшмәкәрлеге т‑да отчёт доклады тыңлана (Дәүләтбәков). Резолюция ҡабул ителә. 25 кешенән торған идара, 5 кешенән торған Ҙур жюриҙың төбәк коллегияһы, 3 кешенән торған ревкомиссия һайлана; рәйесе — Дәүләтбәков.

21‑се (сираттан тыш) Ж.с. 2016 й. 25 дек. үтә. Уставтың яңы редакцияһы ҡабул ителә. 17 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Дәүләтбәков, рәйес урынбаҫары—яуаплы секретары — Ҡоҙаҡаев; идараның башҡарма ком‑ты ябыла.

З.З.Хәсәнова, А.Р.Шаммасов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

ЖУРНАЛИСТАР СОЮЗЫ

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: