Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ АМФИТЕАТРЫ

Просмотров: 1269

ӨФӨ АМФИТЕАТРЫ, Уралдың алғы йыйырсыҡтар зонаһында урынлашҡан ярымтүңәрәк формалағы тектоник структура. БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығышында, башлыса Балаҡатай р‑ны сиктәрендә ята. Ҙур өлөшө урта карбондан алып аҫҡы пермгә (эзбиз- таш, флиш, моласса) тиклем архей‑протерозой кристалл нигеҙендә ятҡан һәм ҡаплау шыуҙырмалары м‑н ҡатмарланған ябай эре йыйырсыҡлы карбонат һәм терриген тоҡомдарҙан тора. Тоҡомдар тәрәндә һөҙәкләнгән һәм нигеҙ янында субгоризонталь йөҙлө өҙөклөккә берләшкән ҡаплау шыуҙырмалары серияһы буйлап көнбайышҡа табан күсерелгән. Ө.а. көнсығыш өлөшө ҡатмарлы шарьяж төҙөлөшлө, унда Барҙы (аҫҡы) һәм Наҙы‑Петровск (өҫкө) аллохтондары м‑н ҡапланған параавтохтон айырыла. Пара‑ автохтон ордовиктан алып аҫҡы карбонға тиклем һай диңгеҙ ҡатламдарынан ғибәрәт, киҫелештең аҫҡы өлөшөндә — терриген, өҫкө өлөшөндә карбонат тоҡомдары өҫтөнлөк итә. Силурҙың һәм девондың эре карбонат рифтары билдәле. Барҙы аллохтоны ҡомташ ҡатлауҙары булған лемвин тибындағы тәрән диңгеҙ ордовик‑девон, саҡматаш‑һәүерташ ултырмаларынан һәм аҫҡы де‑ вондан алып урта девонға тиклем локаль үҫешкән базальттарҙан; Наҙы‑Петровск — киҫелештең аҫҡы өлөшөндә океанға хас ордовик базальттары өҫтөнлөк иткән тагил тибындағы терриген‑вулканоген ҡатламдарҙан һәм өҫкө өлөшөндә силурҙан алып аҫҡы девонға тиклем базальт‑андезит‑базальт, базальт‑трахитлы утрау дуғалары ассоциацияларынан тора. Плутоник тоҡомдар дунит‑гарцбургит (тулыһынса тиерлек серпентинлашҡан) һәм дунит‑клинопироксенит‑габбро‑диорит ассоциацияларынан ғибәрәт (Һүрәйәм, Сиркәү һәм Наҙы‑Петровск массивтары). Ө.а. көнбайыш өлөшөндә ҙур булмаған нефть ятҡылыҡтары, көнсығыш өлөшөндә боксит сығанаҡтары билдәле. Наҙы‑Петровск аллохтонында Һүрәйәм ванадийлы титан‑магнетит һәм алтын‑палладий‑ағалтын билдәләре булған апатит ятҡылығы (Силәбе өлк.) ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Базальттарға — ҙур булмаған баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары һәм мәғдән сығанаҡтары, габбро‑диорит массивтарына баҡыр‑скарн мәғдәнләнеү сығанаҡтары тура килә. Ө.а. оро‑ графия б‑са көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығышҡа менә барған Уралдың көнбайыш битләүендәге алғы һырттары аша төҫмөрләнә. Рельефы түбән таулы, карбонатлы карст хас, мәмерйәләр, упҡындар, ҡоро ҡулауыҡтар, убалар, арҡалар һәм үҙән‑ара тауҙар теҙмәһе таралған. Терр‑я Әй й. басс. инә. Карст процесы һөҙөмтәһендә йылға селтәре тигеҙ түгел, йылғаның ярып ингән үҙәне тәрән. Ландшафы ҡарағай һәм имән ҡушылған ҡайын урмандарынан, көньяҡ өлөшөндә йүкә урмандарынан тора. Ялан үҫемлектәре урман аҡландарын һәм тау теҙмәләренең һөҙәк битләүҙәрен биләй. Көлһыуланған аҡһыл һоро һәм һоро урман тупраҡтары, ҡара тупраҡ таралған. Йылға буйҙарындағы депрессияларҙа һаҙмат болондар һәм һаҙлыҡтар бар.

Әҙәб.: С м и р н о в Г.А. Уфимский амфитеатр. Ч.1. Стратиграфическое описание //Труды горно‑геологического института. Свердловск, 1956. Вып.25; П у ч к о в В.Н., И в а н о в К.С. Геология аллохтонных батиальных комплексов Уфимского амфитеатра. Свердловск, 1982; Ж и л и н И.В., П у ч к о в В.Н. Геология и рудо‑ носность Нязепетровской зоны (Средний Урал). Уфа, 2009.

В.Н.Пучков, И.М.Япаров

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: