Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ЯРУСЫ

Просмотров: 1179

ӨФӨ ЯРУСЫ, пермдең аҫҡы (урал яны) бүлегенең өҫкө бүлексәһе (2006 й. тиклем өҫкө бүлегенең составына ингән). Көңгөр ярусында ята, ҡазан ярусы м‑н ҡапланған. А.В.Нечаев тарафынан айырып күрһәтелә (1915), Өфө губернаһы исеме м‑н аталған. Ағиҙел й. түбәнге ағымы басс. стратотипик урында Ө.я. аҫҡы өлөшө гипс, балсыҡ, ҡомташ ҡатыш һоро карбонатлы тоҡомдарҙан, өҫкөһө — ҡыҙыл ҡомташ‑балсыҡ ултырмаларынан тора; ҡалынлығы 230 м. Остракодтар, пелециподтар, эвригалин брахиоподтар, флора, миоспоралар хас. Соликамск һәм шишмә горизонттарына бүленә. БР терр‑яһында Ө.я. башлыса аҫҡы өлөшөндә һирәк карбонатлы ҡатламдар ҡатыш континенталь ҡыҙыл терриген тоҡомдарҙан ғибәрәт. Респ. үҙәк һәм төньяҡ‑көнсығыш өлөштәрендә киң таралған, унда балсыҡтан, мергелдән, ҡомташтан, эзбизташтан, конгломераттан тора, ҡалынлығы 500 м тиклем. Урал алды бөгөлөндә Ө.я. конгломераттарҙан, ҡомташтарҙан, алевролиттарҙан, аргиллиттарҙан ғибәрәт, эзбизташ, мергель, доломит ҡатлауҙары бар, ҡалынлығы 500 м алып (бөгөлдөң күсәр зонаһы) 1300 м тиклем (көнбайыш). Респ. көньяҡ райондарында Ө.я. ҡалынлығы 200 м алып (платформа өлөшө) 500 м тиклем (Урал алды бөгөлө). Өфө ҡ. эргәһендә ҡалынлығы 30 м тиклем булған Ө.я. тоҡомдарының яланғаслыҡтары Ағиҙел һәм Өфө йй. үҙәндәренең өҫкө уң битләүҙәрендә күҙәтелә.

Әҙәб.: К о ч е т к о в а Н.М. Стратиграфия и остракоды верхнепермских отложений южных районов Башкирии и прилегающих частей Оренбургской области. М., 1970.

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023
Связанные темы рубрикатора: