Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАШҠЫН

Просмотров: 1071

ТАШҠЫН, йылғаның билдәле бер урынында сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һыу кимәленең бик тиҙ күтәрелеүен һәм ш. уҡ кире ҡайтыуын күрһәткән һыу режимы фазаһы. Т., ғәҙәттә, көндәр йылынғанда ҡарҙың, боҙлоҡтарҙың тиҙ арала иреүе, яуымтөшөм артыуы, һыуһаҡлағыстарҙан һыу ебәрелеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, яҙғы ташҡындан айырмалы рәүештә һәр ваҡыт булмай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа Т. ваҡытында һыу кимәле күтәрелеү һәм һыу сығымы артыу дәүмәлдәре яҙғы ташҡын кимәленән һәм сығымынан артығыраҡ булырға мөмкин. Башҡортостанда Т. йәйге һәм көҙгө осорҙарҙа була. Башҡортостандың Урал алды йылғаларында Т. оҙайлығы дала зонаһында 10 көндән ашыу, тау‑урман тәбиғәт зонаһында— 25 көнгә тиклем, Башҡортостандың Урал аръяғында уртаса 8—14 көн тәшкил итә. Т. иң оҙайлы осоро 1994 й. Егән, Йүрүҙән, Уй, Әй йй. (59—71 көн); 1987 й. Ағиҙел, Оло Әүжән йй. (49—63); 2003 й. Өршәк, Дим, Сәрмәсән йй. (32—42); 1984 й. Оло Ҡыҙыл й. (42); 1976 й. Миндәк й. (37); 1960 й. Кесе Ҡыҙыл, Һаҡмар йй. (26—29 көн) күҙәтелә.

Г.С.Зайцева

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019