Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР ӨҪТӨ ҺЫУҘАРЫ

Просмотров: 834

ЕР ӨҪТӨ ҺЫУҘАРЫ, Ер өҫтөндә төрлө һыу объекттары (боҙлоҡ, быуа, йылға, күл, ҡар ҡатламы, һаҙлыҡ, һыуһаҡлағыс һ.б.) рәүешендә даими йәки ваҡытлыса булған, һәр ваҡыт яңырып торған һыу ресурстары.

Башҡортостанда уларҙың барлыҡҡа килеүендә һәм үҙгәреүендә терр‑яның океандарҙан алыҫ ятыуы һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һырттарының төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылыуы төп шарт булып тора. Е.ө.һ. күп өлөшө йылғаларҙан ғибәрәт. Респ. терр‑яһында барлыҡҡа килгән уртса йыллыҡ аҡма күләме — 25,5 км3, күрше өлкәләрҙән 9,5 км3 инә. Башҡортостандың Е.ө.һ. Волга (75%), Урал (24%) һәм Обь (1%) йй. басс. ҡарай. Йылға селтәре тығыҙлығы б‑са терр‑яларға ҡарап айырыла: Көнбайыш Уралда (Егән, Еҙем, Инйәр, Ләмәҙ, Нөгөш, Һәләүек һәм Эҫем йй.) 0,60—0,80 км/км2 тиң, Өфө яйлаһында һәм Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә (Әй, Дим, Ҡармасан, Сөн, Өршәк, Сәрмәсән йй.) 0,25—0,35 км/км2 тиклем кәмей. Һаҙлыҡтар башлыса киң йылға үҙәндәренә хас. Башҡортостанда 2,2 меңдән ашыу күл бар, уларҙың 73%‑ы — Ағиҙел, 12%‑ы — Дим һәм 7%‑ы Ҡариҙел йй. басс. ҡарай. Миҙгел б‑са һыу ағышы хәрәкәте Ашҡаҙар, Өршәк, Дим, Сәрмәсән, Баҙы, Сөн, Өҫән һәм Урал йй. көйләнгән, Ағиҙел й. үрге ҡушылдыҡтарында был эш һүлпән бара.

В.А.Балков

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019