Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАУА ТОРОШО

Просмотров: 1191

ҺАУА ТОРОШО, әлеге ваҡытта йәки сикләнгән ваҡыт эсендә (тәүлек, ай, йыл) билдәле урында күҙәтелгән атмосфера күренештәре һәм процестары комплексы. Һ.т. күп йыллыҡ режимы климат тип атала. Һ.т. даими рәүештә үҙгәрә һәм уға атмосфера баҫымы, т‑ра, һауаның дымлылығы, ел көсө һәм йүнәлеше, болотлолоҡ, яуым‑төшөм, күреү алыҫлығы, томан, буран, йәшен һ.б. метеорологик элементтар хас. Һ.т. масса эсендәге (һауа массаһының характеры һәм уның хәрәкәте б‑са билдәләнә) һәм фронталь (көслө болотлолоҡ һәм мул яуым‑төшөм хас) типтары айырыла. Һ.т. периодик рәүештә үҙгәреүе Ҡояш радиацияһы тәьҫиренә һәм Ерҙең үҙ күсәре тирәләй (тәүлек эсендә) һәм Ҡояш тирәләй (йыл эсендә) әйләнеүенә бәйле. Һ.т. тәүлек эсендә үҙгәреүе ер өҫтөндә асыҡ күҙәтелә, сөнки һауа һәм ер өҫтө т‑раларының үҙгәреше бер‑береһенә бәйле, һауа т‑раһы дымлылыҡ, болотлолоҡ, ел йүнәлеше м‑н билдәләнә. Һ.т. йыл эсендә үҙгәреүе йыл миҙгелдәренең алмашыныуын билдәләй (ҡара: Климат миҙгелдәре). Һ.т. периодик булмаған үҙгәреүҙәре тропиктан ситтәге киңлектәрҙә күпләп осрай һәм һауа массаларының бер өлкәнән икенсе өлкәгә күсеүенә (адвекция) бәйле. Һ.т. т‑да мәғлүмәт туплау һәм прогноздар төҙөү м‑н гидрометеорология хеҙмәте шөғөлләнә. Һ.т. насар күренештәре халыҡтың производство эшмәкәрлегенә тәьҫир итә һәм ауыл хужалығына зыян килтерә. БР‑ҙа Һ.т. алмашыныуы уның геогр. урыны һәм рельефының йырғыланған булыуы м‑н аңлатыла. Башҡортостандың Урал алдында йәйен Һ.т. аяҙ, йылы, июлдә уртаса т‑ра 19,2°С, ҡышын — һалҡын, епшек көндәр була, ғин. уртаса т‑ра ‑14,7°С. Башҡортостандың Урал аръяғында йәй көнө Һ.т. йылы һәм ҡоро була, июлдә уртаса т‑ра 18°С, ҡоролоҡ һәм ҡыуан елдәр йыш (йылына 14—15 көн) күҙәтелә, ҡышын — Һ.т. һыуыҡ һәм аҙ ҡарлы, ғин. уртаса т‑ра ‑16,0°С. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында йәйен Һ.т. һалҡынса, томан йыш була, ҡырау иртә төшә, ҡышын — Һ.т. аҙ ҡарлы, ҡаты һыуыҡтар күҙәтелә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019