Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЗДНЯКОВ Александр Васильевич

Просмотров: 732

ПОЗДНЯКОВ Александр Васильевич (5.8.1937, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Ржановка а.), географ. Геогр. ф. д‑ры (1986), проф. (2003). БДУ‑ны тамамлаған (1960). 1961 й. алып Хабаровск ҡ.: Алыҫ Көнсығыш терр. геол. идаралығының Түб. Амур геол. экспедицияһы геологы, геол. партия нач., 1969 й. — “Приморзолото” тресының баш геологы, 1973 й. башлап Хабаровск комплекслы ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1976 й. — дир. урынбаҫары. 1984 й. алып СССР ФА‑ның Алыҫ Көнсығыш ғилми үҙәге (Благовещенск ҡ.) Амур комплекслы ҒТИ‑ның геоморфосистемалар лаб. мөдире, 1987 й. — РФА Себер бүлексәһе География ин‑тының (Иркутск ҡ.) геоморфология лаб. мөдире. 1992 й. алып Томск ҡ.: РФА Себер бүлексәһенең Тәбиғи комплекстар экологияһы ин‑ты дир. урынбаҫары, 1994 й. башлап РФА Себер бүлексәһенең Климат һәм экология системалары мониторингы ин‑тында Үҙенән‑үҙе геосистемалар ойошоу лаб. мөдире, бер үк ваҡытта Томск ун‑тында уҡыта. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге алтынлы ишелмәләр геоморфологияһы һәм геологияһы, геосистемалар синергетикаһы, глобалистика проблемалары м‑н бәйле. П. тарафынан үҙенән‑үҙе геосистемалар көйләнеү һәм ойошоу теорияһы (ш. иҫ. рельеф формалары үҫешендә) уйлап табыла. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Динамическое равновесие в рельефообразовании. М., 1988; Стратегия российских реформ. Томск, 1998.

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019