Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОПКОВСКИЙ КҮЛДӘРЕ

Просмотров: 839

ПОПКОВСКИЙ КҮЛДӘРЕ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003). Хәйбулла р‑ны Воздвиженка а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 10 га. Ҡороған 2 күлдән тора. Ландшафы ҡайын һәм уҫаҡ урмандарынан, ҡыуаҡтар баҫҡан далаларҙан һәм тоҙло болондарҙан ғибәрәт, тал, май әлмороно, һары акация осрай. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән дала шыҡтымы, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән ваҡ сәскәле соссюрея, Залесский ҡылғаны, сатраш сыбар сәскә. Бурһыҡ, ташлы ерҙәрҙә бесәнсе ҡомаҡ йәшәй.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019