Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ КӨРМӘНКӘЙ, Дәүләкән р-нындағы ауыл

Просмотров: 839

ИҪКЕ КӨРМӘНКӘЙ, Көрмәнкәй, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Көрмәнкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 423 кеше; 1920 — 444; 1939 — 268; 1959 — 325; 1989 — 258; 2002 — 240; 2010 — 315 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дәүләкән башҡорт гимназия‑интернаты №3 филиалы), клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Бөрйән улусы башҡорттары Көрмәкәй (Көрмәнкәй) исеме м‑н нигеҙ һала, 1738 й. алып билдәле. Һуңыраҡ ш. уҡ шарттарҙа бында яһаҡлы татарҙар килеп урынлашҡан (килешеү ваҡыты тамамланғас, күсеп китәләр). Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы улус старшинаһы Аслай Көрмәкәев билдәле. 1795 й. 64 йортта 388 кеше йәшәгән, 1865 й. 80 йортта — 581 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет теркәлгән. 19 б. 1‑се ярт. Яңы Көрмәнкәй бүлендек ауылы (20 б. 50‑се йй. алып Дәүләкән ҡ. эсендә) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: