Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ МОНАСИП, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 892

ИҪКЕ МОНАСИП, Һарт, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Иҫке Монасип а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 134 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 439 кеше; 1920 — 518; 1939 — 426; 1959 — 334; 1989 — 497; 2002 — 683; 2010 — 635 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Монасип исеме м‑н нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Монасип Юлдашбаев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Һарт булараҡ теркәлгән. 1866 й. 64 йортта 340 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 19 б. уртаһында Яңы Монасип бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Т.Х.Ғәзизов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019