Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЛЬТРАТАУЫШ ДИАГНОСТИКАҺЫ

Просмотров: 972

УЛЬТРАТАУЫШ ДИАГНОСТИКАҺЫ, организмды ультратауыш техникаһы ҡулланып тикшереү. Анатомик дефекттарҙы, ят есемдәрҙе, шештәрҙе, травмаларҙы һ.б. асыҡлай. Ҡорһаҡ ҡыуышлығы (бауыр, үт ҡыуығы, ашҡаҙан аҫты биҙе һ.б.), кесе янбаш (аналыҡ, түллек) ағзалары, ҡалҡан биҙе, һөт биҙҙәре, яралғы һ.б. төр У.д. айырыла. Акушерлыҡ һәм гинекологияла, андрологияла, гастроэнтерологияла, кардиологияла, офтальмологияла, урологияла, эндокринологияла һ.б. файҙаланыла. Башҡортостанда тәүге “УЗКАР” ультратауыш сканеры (эхокардиограф) Респ. клиник дауаханаһында 1981 й. барлыҡҡа килә. У.д. мәсьәләләре б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. аҙ. алып Медицина университетында алып барыла. Ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларының киҫкен хирургик ауырыуҙарҙан өҙлөгөүенә һәм эсәктәр етешмәүсәнлеге синдромына (И.В.Верзакова), перитонитҡа (Л.Н.Какаулина), үҫеш кәмселегенә һәм балалар ауырыуҙарына (Н.П.Васильева, Н.Г.Ершова), хирургик ауырыуҙарҙан тромботик өҙлөгөүгә (В.Ә.Зөбәйеров) У.д. ысулдары эшләнә; ҡан килгәндә һәм геморрагик шок ваҡытында бөйөрҙәрҙең (З.Ф.Меньшикова), механик һарылыҡ ваҡытында бауырҙың (М.Л.Макарьева), травмаларҙы хирургик дауалағанда ҡорһаҡ ҡыуышлығындағы һәм унан тыштағы ағзаларҙың (А.М.Әмирова), периферик артериаль гемодинамика боҙолоуының (О.С.Усатова) эхографик картинаһы, порталь гипертензияны хирургик юл м‑н төҙәткәндә бауыр‑ҡан юлдарына допплерографик баһа биреү (Н.М.Саттаева) өйрәнелә.

И.В.Верзакова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: