Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУД СИСТЕМАҺЫ

Просмотров: 1297

СУД СИСТЕМАҺЫ, дәүләттең суд ғәмәле б‑са бер‑береһе м‑н бәйләнгән бөтә судтар йыйылмаһы. БР‑ҙа С.с. РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, “Рәсәй Федерацияһында суд системаһы тураһында” законына (1996) ярашлы эш итә; суд власының респ. органдарынан — БР Конституция Судынан, мировой судьяларҙан (ҡара: Мировой суд), федераль органдарынан — БР Юғары Судынан, БР Арбитраж Судынан, район‑ара, район һәм ҡала судтарынан, Өфө гарнизоны хәрби судынан тора. 1998 й. алып РФ Юғары Суды эргәһендәге Суд департаментының БР‑ҙағы идаралығы эшләй.

А.Ф.Абдрахманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: