УРЖУМЦЕВТАР
УРЖУМЦЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Мартемьян Тимофеевич У. 17 б. башында яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) исемлеге б‑са 250 сирек поместье оклады м‑н түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына. 1613 й. Шаҡша й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында поместье (25 сирек ер) м‑н бүләкләнә. Уның улдары: Назар Мартемьянович У. 1615 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1649 й. алып Ҡазан даруғаһында тылмас булып хеҙмәт итә. Атаһының Шаҡша й. буйындағы поместьеһын мираҫҡа ала, Шөгөр й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйындағы ерҙәргә, Богородский а. (хәҙ. Өфө ҡ. эсендә) янындағы 2 күлгә, 9 ир-аты булған ауылға хужа була; Михаил Мартемьянович У. 1620 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1630 й. Ағиҙел й. буйында аҫаба башҡорттарҙан (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) ҡуртымға ер ала. Назар Мартемьянович У. улдары: Алексей Назарович У. (1631—?). 1652 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Нуғай даруғаһында тылмас булып хеҙмәт итә; Пётр Назарович У. (1637—?). 1660 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Михаил Мартемьянович У. улдары: Кузьма Михайлович У. 1655 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1647 й. башлап Өфө йәйәүле стрелецтар йөҙөндә хеҙмәт итә. 1681 й. уның поместье оклады 150 сирек ер тәшкил итә; Семён Михайлович У. 1679 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1691 й. уның поместье оклады 250 сирек ер тәшкил итә. Пётр Назарович У. улы — Никита Петрович У. 1671 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са 150 сирек поместье оклады м‑н түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Шаҡша й. буйындағы нәҫелдән күскән поместьеға һәм 20 крепостной крәҫтиәнгә хужа була. Семён Михайлович У. улы — Захар Семёнович У. 1699 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Уның улы — Леонтий Захарович У. Өфө гарнизоны полкында хеҙмәт итә. Шулай уҡ билдәлеләр: Максим Андреевич У. (1730—1774), атаман. Силәбе ҡәлғәһендә хеҙмәт итә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75) ваҡытында 1774 й. ғин. Силәбе казактары ихтилалын ойоштороусыларҙың береһе була; Илья Николаевич У. (1787— ?). 1802 й. алып Ырымбур палатаһының гражданлыҡ судында подканцелярист булып эшләй. Уның улы — Матвей Ильич У. (1807—?), коллегия регистраторы. Ырымбур палатаһының гражданлыҡ судында хеҙмәт итә. Өфө өйәҙендә 240 дисәтинә ере һәм 16 крепостной крәҫтиәне була. У. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 3‑сө киҫәгенә яҙылған.
Б.Ә.Аҙнабаев
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев