АРЫҪЛАНБӘК БӘККИН
1542
АРЫҪЛАНБӘК БӘККИН (?—1664), башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарынан. Себер даруғаһында эш итә. 1663 й. мартында А.Б. Тубыл воеводаһы И.А.Хилков м‑н һөйләшеүҙәр алып бара, әммә улар һөҙөмтәһеҙ тамамлана. Яҙын Себер даруғаһы башҡорттары А.Б. һ.б. етәкселегендә ихтилалға яңынан күтәрелә. 1664 й. яҙында Себер даруғаһының башҡ. улустарына полк. Д.Полуэктов етәкс. язалау экспедицияһы ваҡытында Мейәс й. үрге ағымында А.Б. үлтерелә.
И.Ғ.Аҡманов
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Шәхестәр: