Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИСА ЗАВОДЫ,

Просмотров: 913

ТИСА ЗАВОДЫ, 1763 й. Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Тиса й. (Кама й. басс.) буйында А.Г.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар, 1847 й. һәм 1863 й. алып ҡаҙна, 1848 й. — Соҡсон тау заводтары акционерҙар ширҡәте, 1886 й. — А.П.Демидов, 1893 й. — сауҙагәр Г.К. һәм Ф.К.Каменскийҙар. Соҡсон тау округына ингән. 1763 й. эшләй башлай. 3 горны, 4 сүкеше, 18 б. аҙ. 3 крица һәм 2 йәйеү горны, 5 якорь һәм 3 йоҡартыу сүкеше, 1863 й. 6 сүкеше, 4 горны, һауа өрҙөргөс машинаһы була. 18 б. аҙ. Т.з. ере 46,1 мең дисәтинә тәшкил итә. Суйынды Уткинский, һуңыраҡ Молебск з‑дтарынан килтергәндәр. 1795 й. заводта 828 крепостной (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) һәм 567 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә. 1780 й. 13,4 мең бот, 1811 й. — 21, 1849 й. — 41, 1885 й. 20 мең бот суйын етештерелә. 1859 й. тимер етештереүҙең контуаз ысулы индерелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) ваҡытында завод баш күтәреүселәр ҡулында була. 1885 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Пермь крайының Тиса а. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.08.2023