Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОҘЛО ТУПРАҠ

Просмотров: 1206

ТОҘЛО ТУПРАҠ, ҡоро климат һәм йыуылмаусы һыу режимы шарттарында тупраҡтың һеңдереү комплексында натрий йыйылғанда (күләмдең 10—70%‑ы) урман‑дала, дала һәм ярымсүл тупраҡтарының тоҙланыу осрағында формалашҡан тупраҡ төрҙәре. Т.т. профиле тупраҡ горизонттарына аныҡ бүленә: һорғолт төҫтәге серетмәле татырлыҡ өҫтө; көрәнһыу төҫтәге иллювиаль тоҙло, тығыҙ, призма һымаҡ структуралы, тоҙҙар бүлеп сығарыусы горизонт; тоҙланған инә тоҡом. Т.т. төп кире факторы булып натрийлы тупраҡтың насар агрофизик үҙенсәлектәре тора. Еңел үҙләштерелеүсе натрийҙың ҙур күләме һелте реакцияһына, органик матдәләрҙең эреүсәнлек кимәле, ваҡ бөртөклө тупраҡтың хәрәкәтсәнлеге күтәрелеүенә, дымлы хәлдә тупраҡтың үҙлелегенә, йәбешеүсәнлегенә, ҡабарыуына һәм кипкән хәлдә ныҡ тығыҙланыуына килтерә. Һөҙөмтәлә Т.т. өҫтөндә атмосфера һыуҙары йыйылып ята. Башҡортостанда 3 ярым тибы айырыла: ҡара тупраҡ, болон‑ҡара тупраҡ һәм литоген тупраҡ. Ҡара тупраҡлы ерҙә таптар булып Башҡортостандың Урал аръяғында, һирәгерәк Башҡортостандың Урал алдында тоҙ биреүсе тоҡомдар өҫкө йөҙгә яҡын урынлашҡан участкаларҙа, ш. уҡ боронғо ҡалдыҡ йылға киртләстәрендә таралған. Метеорологик шарттарға бәйле тоҙло йәки татырлы процестар көсәйә. Т.т. дөйөм майҙаны 18,5 мең га тәшкил итә. Т.т. үҙләштергәндә тупраҡҡа гипс индерелә һәм фитомелиорация (тоҙға сыҙамлы күп йыллыҡ үләндәр үҫтереү) ҡулланыла. Тупраҡты культуралаштырғандан һуң иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, мал аҙығы үләндәре үҫтерелә.

Әҙәб.: Б у л ь ч у к П.Я. Солонцы, солонцеватые и солончаковые почвы //Почвы Башкирии. Т.1. Уфа, 1973; М у к а т а н о в А.Х., Х а р и с о в М.К. Введение в экологию землепользования Башкирского Зауралья. Уфа, 1996; Х а з и е в Ф.Х. Почвы Республики Башкортостан и регулирование их плодородия. Уфа, 2007.

Ә.Х.Моҡатанов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: