Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАТЫРЛЫҠ

Просмотров: 924

ТАТЫРЛЫҠ, ҡоро климат һәм тупраҡ эретмәһендә еңел эреүсән тоҙҙар йыйылғанда парға әйләнеүсән һыу режимы шарттарында дала, сүл һәм ярымсүл тупраҡтарының тоҙланыу осрағында формалашҡан тупраҡ төрҙәре. Т. тупраҡ горизонттарына насар бүленә, капилляр күтәрелеү иҫәбенә тоҙҙар эретмәһенә туйына, бер аҙ тығыҙ, гранулометрик составы балсыҡлы һәм ауыр ҡомло балсыҡлы була. Т. хас үҙенсәлек булып ер өҫтөндә еңел эреүсән тоҙҙарҙың эҙе тора. Т. үҫемлектәр юҡ йәки үҙенсәлекле төрҙәрҙән (татыр үләне, татырлан, тоҙут һ.б.) ғибәрәт. Башҡортостанда болон һәм һаҙлыҡ Т. айырыла. Башҡортостандың Урал аръяғында, һирәкләп Башҡортостандың Урал алды көньяғында тоҙло тупраҡ м‑н бергә осрай. Хәйбулла р‑нында Быҙаулыҡ, Таналыҡ йй. үҙәндәрендә һәм күл уйпатлыҡтарында гидроморф Т. бар. Дөйөм майҙаны — 1,7 мең га. Үҙләштергәндә Т. өҫтөн һыу м‑н йыуҙырып тоҙһоҙландыралар һәм бер үк ваҡытта ер аҫты һыуҙары кимәлен түбәнәйтәләр (тоҙһоҙландырыусы дренаж). Культуралаштырғандан һуң тупраҡты сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр итеп файҙаланалар.

Әҙәб.: Б у л ь ч у к П.Я. Солонцы, солонцеватые и солончаковые почвы //Почвы Башкирии. Т.1. Уфа, 1973; М у к а т а н о в А.Х., Х а р и с о в М.К. Введение в экологию землепользования Башкирского Зауралья. Уфа, 1996; Х а з и е в Ф.Х. Почвы Республики Башкортостан и регулирование их плодородия. Уфа, 2007.

Ә.Х.Моҡатанов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: