Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОРТТАРҘЫ РАЙОНЛАШТЫРЫУ

Просмотров: 1101

СОРТТАРҘЫ РАЙОНЛАШТЫРЫУ, а.х. культураларының юғары продуктив сорттарын, гибридтарын һайлап алыу һәм уларҙы үҫтереүҙең терр. сиктәрен билдәләү. Сорт һынау һөҙөмтәләре б‑са хужалыҡ‑биол. билдәләр стандартын үткән сорттар һәм гибридтар районлаштырыла. С.р. РСФСР субъекттарының тупраҡ-климат зоналары б‑са тормошҡа ашырыла, 1993 й. башлап С.р. урынына РФ‑тың 12 төбәгендә ҡулланылышҡа индерелгән Дәүләт селекция ҡаҙаныштары реестры алып барыла. Төбәк эсендәге тәғәйен тупраҡ‑климат шарттары өсөн производствола реестр сорттарын һәм гибридтарын файҙаланыу б‑са тәҡдимдәрҙе “Госсорткомиссия” федераль дәүләт учреждениеһының Башҡ‑н филиалы әҙерләй һәм баҫтырып сығара; сорттарҙы реестрға индереү һәм унан сығарыу РФ А.х. министрлығы тарафынан башҡарыла. 2008 й. респ. 95 культура һәм уларҙың төрө сорттары һәм гибридтары ҡулланылышҡа индерелгән. БР Дәүләт реестрында 285 сорт һәм гибрид, ш. иҫ. емеш культуралары — 58, иген культуралары — 30, йәшелсә культуралары — 58, картуф — 10, ҡауын‑ҡарбуз культуралары — 10, май биреүсе культуралар — 25, техник культуралар — 11 һ.б., теркәлгән.

И.П.Леонтьев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: