Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

Просмотров: 692

СТӘРЛЕТАМАҠ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Сорттар һынау, Башҡортостандың бөтә ауыл хужалығы зоналарында асыҡ грунттағы йәшелсә культураларының һәм картуфтың сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1953 й. ойошторола. Стәрлетамаҡ р‑ны Косяковка а. урынлашҡан. Һөрөнтө ерҙәрҙең майҙаны 10 га (2009). С.с.һ.у. тәҡдиме б‑са Дәүләт реестрына картуфтың Аспия, Беллароза, Винета, Лидер, Оредежский, Снегирь һ.б.; аҡ күсәнле кәбеҫтәнең Транзам, Фаворит; томаттың Снеговик; ҡыярҙың Декан, Журавлёнок, Маша; баклажандың Боника, Орион; патиссондың Чебурашка; башлы һуғандың Ботерус; кишерҙең Рогнеда һ.б. сорттары индерелгән. 2005 й. С.с.һ.у. уңдырышлылыҡ (ц/га): Винета — 399, Оредежский — 288, Снегирь картуфы — 224; аҡ күсәнле Транзам — 635, Фаворит кәбеҫтәһе — 860; Маша ҡыяры — 195; Чебурашка патиссоны — 792.

И.П.Леонтьев

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: