Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОПОЛИМЕРҘАР

Просмотров: 1178

СОПОЛИМЕРҘАР, макромолекулаларында төрлө типтағы сомономер быуындары булған полимерҙар. Регуляр булмаған йәки статистик (быуындарҙың төркөмләнеүе осраҡлы, композицион‑төрлө), регуляр (билдәле ҡабатланыусы, композицион‑бер төрлө); ялғаулы, блоксополимерҙар (мономерҙарҙың 1 йәки бер нисә төрлө быуыны блоктары), аралашыусы С. айырыла. С. нуклеин кислоталар, ҡайһы бер аҡһымдар (быуындар сиратлашыуы ярашлы код б‑са) инә. С. үҙсәнлектәре сомономерҙарҙың тибына, һанына бәйле; ялғаулы С. һәм блоксополимерҙарҙың үҙсәнлектәре ярашлы полимерҙар ҡатышмаһы үҙсәнлектәренә оҡшаш. Композицион- бер төрлө, сиратлашыусы С. яҡшыртылған физик‑механик үҙсәнлектәргә эйә. Статистик, сиратлашыусы, ялғаулы С. радикаль сополимеризация, блоксополимерҙар сополиконденсация, анионлы сополимеризация ысулдары м‑н алына. Аҙ миҡдарҙа сомономерҙар — модификаторҙар, 2‑се мономерҙың күп булмаған өҫтәмәһе полимерҙарҙы пластификациялау, газ фазаһынан радиация-химик инициирлап сомономерҙар ялғауҙы — өҫкө йөҙҙәге үҙсәнлектәрҙе модификациялау өсөн ҡулланалар. Башҡортостанда 20 б. 60—70‑се йй. Химия ин‑тында этилендың карбоксиллы С. (иономерҙар) алыу технологияһын эшләү, үҙсәнлектәрен, төҙөлөшөн өйрәнеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә; “Салаватнефтеоргсинтез” (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) ПБ м‑н берлектә иономерҙар һәм юғары баҫым аҫтында алынған этилендың башҡа С. синтезлау өсөн пилот ҡоролмаһы булдырыла (Г.П.Гладышев, Ю.Б.Монаков, С.Р.Рафиҡов һ.б.). Изобутилен нигеҙендә функциональ мономерҙар м‑н ысын С. (гомополимер ҡушылмаһы булмаған), блоксополимерҙар, ш. иҫ. термоэластопластар, фрагментар, билдәле типтағы сикке төркөмлө полимерҙар синтезлана (Ю.Я.Нелькенбаум, К.В. Прокофьев, Ю.А.Сангалов, З.И.Хоҙайбирҙина, Ю.Б.Ясман). 1960 й. Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) — стирол һәм малеин ангидриды С., 1969 й. — стирол һәм акрилонитрил, 1974 й. — стирол һәм бутадиен каучугы, 1986 й. “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ‑нда — АБС‑пластигы; 1960 й. алып Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”) һәм 1966 й. башлап тәж.‑сәнәғәт нефтехимия з‑дында (ҡара: Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы) синтетик каучуктар нигеҙендә; Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) статистик С. һәм этилендың пропилен м‑н блоксополимеры, синтетик каучуктар етештереү үҙләштерелә.

Р.Х.Ҡудашев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: