Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУДАН ҮЛӘНЕ

Просмотров: 1033

СУДАН ҮЛӘНЕ, судан соргоһы (Sorghum Sudanense), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы цилиндр формаһында, тигеҙ япраҡланған, шыма, быуындары яҡшы үҫешкән, бейеклеге 1,8—3 м. Япрағы ланцет формаһында, шыма, сите бер аҙ ҡытыршы, оҙонлоғо 40—65 см, киңлеге 2,5—4,0 см. Сәскәлеге — күп башаҡлы һепертке, оҙонлоғо 25—30 см. Емеше — овал йәки йомро формалағы бөртөксә. Мал аҙығы үҫемлеге. 1000 орлоғоноң ауырлығы 10—15 г. Йылы яратыусы, ҡоролоҡҡа, күләгәгә сыҙамлы үҫемлек, уны үҫтереүгә ауыр ҡомло балсыҡлы, һаҙланған һәм әсе тупраҡтар яраҡһыҙ. Башҡортостанда иртә сәскәндә (10—15 май) 3 тапҡыр сабырға була. С.ү. төп элгәрҙәре — ужым культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, иген культуралары, аралыҡлы культуралар, күп йыллыҡ үләндәр. Ябай теҙмә ысул м‑н сәсеү нормаһы 2,5—3,0 млн дана/га, сәсеү тәрәнлеге 4—6 см. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 344, бесән — 67, орлоҡ — 25; 100 кг йәшел массала 22 мал аҙығы берәмеге һәм 2,8 кг үҙләштерелеүсе протеин бар, 100 кг бесәндә — ярашлы рәүештә 57 һәм 7,4 (Үҫемлекселек буйынса селекция үҙәге, 2001—07). Йәшел мал аҙығына, бесәнгә һ.б. ҡулланыла. С.ү. агротехникаһы, селекцияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1976 й. алып Ауыл хужалығы институтында (Ә.Н.Биктимеров, Ф.Х.Лоҡманова һ.б.) үткәрелә. С.ү. үҫтереү өсөн Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урман‑дала зонаһында иң уңайлы шарттар булдырылған. БР б‑са ҡулланылышҡа респ. селекционерҙары тарафынан сығарылған Северянка, Тугай, Чишминская ранняя һ.б. сорттары индерелгән.

Ф.Х.Лоҡманова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.04.2023
Связанные темы рубрикатора: