Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВ Килдебай Сөләймән улы

Просмотров: 1013

СӨЛӘЙМӘНОВ Килдебай Сөләймән улы (27.1.1943, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Йомағужа а. — 23.3.2021, БР-ҙың шул уҡ районы Яңы Украинка а.), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). 1958—2003 йй. Хәйбулла районының “Таналыҡ” МУАХП‑нда эшләй: 1959 й. алып һауынсы, 1967 й. — малсы, 1984 й. башлап һәм 2001 й. — бригадир, 1989 й. — бүлексә идарасыһы, 2002 й. — бухгалтер. Малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: быҙауҙарҙың уртаса тәүлек артымы 1140 г тәшкил итә (1972). СССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш, РСФСР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1966, 1973), Халыҡтар дуҫлығы (1981) ордендары менән бүләкләнгән.

Әҙәб.: Шмаков В. Взращённый степью //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973; Абдулин А. Белое молоко. М., 1976.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

И.Ғ.Кәримова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2021
Связанные темы рубрикатора: