Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВ Солтанморат Миңлеғәли улы

Просмотров: 980

СӨЛӘЙМӘНОВ Солтанморат Миңлеғәли улы (15.2.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Әпсәләм а., хәҙ. БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Иҫке Әпсәләм а., — 13.2.2007, Ташкент), агроном. А.х. ф. д‑ры (1991), проф. (1991). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет- япон һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент а.х. ин‑тын тамамлаған (1963). 1960 й. алып Үҫемлектәр генетикаһы һәм эксперименталь биологияһы ин‑тында (Юкари‑Юз ҡсб, Үзбәкстан): 1973 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1987 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге мамыҡ сәсеү әйләнеше культуралары һәм арахис агротехникаһын өйрәнеүгә, һыу м‑н тәьмин итеү һәм тупраҡтың уңдырышлылығы һ.б. проблемаларға арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Х е ҙ м.: Роль плодородия почвы в жизни растений. Ташкент, 1999; Арахис: особенности биологии и агротехники. Ташкент, 2002.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: