Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИМЕРҘАРҘЫҢ ИҪКЕРЕҮЕ

Просмотров: 1058

ПОЛИМЕРҘАРҘЫҢ ИҪКЕРЕҮЕ, полимерҙар эшкәртеү, файҙаланыу, һаҡлауҙа файҙалы үҙенсәлектәр комплексын юғалтыу м‑н барған процестар йыйылмаһы. Физик һәм химик, структураһы боҙолоу факторҙарының төрөнә ҡарап — термик, фото‑, радиацион, окисланыу, озонлы һ.б. П.и. айыралар. Химик П.и. — ионлы (агрессив мөхиттә полимерҙарҙың деструкцияһы, биодеградация), молекуляр (цикллаштырыуҙың эске молекуляр реакциялары, функциональ төркөмдәрҙең ҡайһы бер реакциялары), макромолекулаларҙы өҙөү, тегеү йәки полимераналогик үҙгәреүҙәр м‑н барған радикаллы реакциялар; физик — агрегет хәлдең үҙгәреүе, эске механик көсөргәнеш барлыҡҡа килеү, структур дефекттар тупланыу һ.б. П.и. һаҡланыу өсөн полимерҙарҙы стабилләштереү үткәрәләр. Термомеханик П.и. макромолекулалар өҙөлөүен полимерҙарҙың полидисперслылығын кәметеү өсөн, өҫкө ҡатламдың термо һәм фото окисланыуын — юғары адгезия, буялыу, гидрофиллыҡ, антистатик үҙенсәлектәр һ.б. булдырыр өсөн, кондицияһыҙ полимерҙар һәм уларҙың ҡалдыҡтарының пиролизын — түбән молекуляр углеводородтар алыр өсөн, ҡайһы бер полимер‑мономерҙарын диполимерлаштырыу, полимерҙарҙың тотороҡлолоғон кәметеү — үҙҙәренән‑үҙҙәре (полимер плёнкалар, төрөү әйберҙәре, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары) һәм био‑ (хи‑ рургия йөй ептәре, мед. елемдәре һ.б.) тарҡалыусы материалдар етештерер өсөн йүнәлешле файҙаланалар. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. аҙ. БДУ‑ла К.С.Минскер етәкс. П.и. тикшереү алып барыла. Галоидлы полимерҙарҙың термостабиллеге макромолекула төҙөлөшөнә бәйлелеге өйрәнелә (С.В. Колесов, В.В.Лисицкий), поливинилхлоридтарҙың ҡаты һәм шыйыҡ фазаларҙа термоокисланып тарҡалыу процестары (М.И.Абдуллин), поливинилхлоридлы ҡатышмаларҙың (Е.И. Кулиш), поливинилхлоридтың, полимерҙар ҡатышмаларының юғары т‑рала күсешле үтә ныҡ ваҡлау деструкцияһы өйрәнелә (Р.М.Әхмәтханов). Поливинилхлорид деструкцияһының квантохимик һәм кинетик моделе эшләнә (В.М.Янборисов). 1978—90 йй. полиолефиндарҙың термокаталик йүнәлешле деструкцияһы өйрәнелә (С.Р.Иванова, Ю.А.Прочухан), ш. иҫ. кондицияһыҙ продукттарҙы һәм ҡалдыҡтарҙы түбән молекуляр углеводородтарға, полиизобутиленды таҙа (90%) мономерға, конверсиялау катализаторҙары булдырыла. 2002 й. алып мед. материалдарында полисахаридтарҙың ферментатив деградацияһы тикшерелә (Колесов, Кулиш). 1980—90 йй. Химия ин‑тында полиацетилен алыу өсөн поливинилхлоридтың деструкцияһы тикшерелә (Г.В.Леплянин, В.Н.Сәлимгәрәева). 1985 й. башлап полиариленфталидтарҙы термодеструкциялау һәм карбонлау б‑са эштәр алып барыла (В.А.Крайкин).

Әҙәб.: М и н с к е р К.С., К о л е с о в С.В., З а и к о в Г.Е. Старение и стабилизация полимеров винилхлорида. М., 1982; Термодеструкция полиариленфталидов //Высокомолекулярные соединения. Серия Б. 1986. Т.28. №4; Макромолекулярные эффекты при ферментативной деструкции хитозана в растворе //Там же. 2008. Т.50. №7.

С.В.Колесов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: