Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЫЯЛА

Просмотров: 1236

БЫЯЛА, органик булмаған оксидтар иретмәһен, тоҙҙарҙың һыулы эретмәләрен йәки металдарҙың шыйыҡ иретмәләрен артыҡ һыуытыу һөҙөмтәһендә алына торған органик булмаған үтә күренмәле ҡаты аморф материал. Бер (көкөрт, фосфор, углеродтан һәм ҡайһы бер металдар — кальций, хром, цинктан һ.б.; ш. уҡ бериллий, цирконий, барий фторидтарынан), күп (фторбериллатлы Б., металл галогенидтары нигеҙендә) компонентлы; составы б‑са — боратлы, боросиликатлы (пирекс), силикатлы (кварц Б.), фосфатлы, халькогалогенидлы һ.б.; агрегат хәле б‑са — шыйыҡ (һелтеле эретмәләр), күләмле кристаллаштырылған (ситалдар); ҡатламдарының һаны б‑са — бер ҡатлы, күп ҡатлы (ярсыҡһыҙ, бер‑береһенә йәбештерелгән силикат Б. пластинкаларынан тора — триплекс, пентаплекс, полиплекс һ.б.); тәғәйенләнеше б‑са төҙөлөш (тәҙрә, полировкалы, биҙәкле, арматураланған; архитектура-төҙөлөш — блоктар, пакеттар, формаланған Б., күбекле быяла; быяла көпшәләр), техник (оптика, химия‑лаб., мед., электр техникаһы, электр изоляциялау, яҡтылыҡ техникаһы һ.б.), тара, сортлы (гәлсәр, һауыт‑һаба), махсус (лазер, фотохром, оптик һәм магнит активлы) һ.б. Б. төрҙәре бар. Оптик үтә күренеүсән,  ыуалыусан, ҡаты, т‑ра, химик реагенттар, радиация һ.б. тәьҫиренә сыҙамлы, механик ныҡлығы өҫкө йөҙөнөң сифатына бәйле. Б. үҙенсәлектәрен сеймалдың составы билдәләй. Таҙа кварц Б. (100%‑лы кремний диоксиды) юғары т‑раға сыҙамлылығы м‑н айырыла, металдарҙың төрлө оксидтары һәм берләшмәләренең өҫтәмәләре төрлө төҫ, люминесценция, яҡтылыҡҡа һиҙгерлек, фотохром, полихром үҙенсәлектәр, агрессив мөхиткә һ.б. ҡарата сыҙамлылыҡ бирә.

Башҡортостанда урындағы (балсыҡ, доломит, кальцинирланған сода, каустик сода; “Газпром нефтехим Салават” ААЙ продукцияһы — натрий сульфаты һәм силикаты) һәм ситтән килтерелгән (кварц ҡом) сеймал нигеҙендә Б. һәм унан эшләнгән әйберҙәр етештереү Красноусол быяла заводы, “Туймазы фарфоры”, Октябрьский фарфор изделиелар з‑ды (ҡара: Октябрьский керамик плитка һәм фарфор изделиелар заводы) һ.б. пр‑тиеларҙа алып барыла. Б. етештереү шихта (металл оксидтары, ярҙамсы берләшмәләрҙең ҡатышмаһы) әҙерләү, ялҡынлы һәм электр мейестәрендә ҡайнатыу, иретмәнән эшләнгән әйберҙәргә форма биреү (һуҙыу, прокатлау һ.б.), уларҙы яндырыу һәм артабан механик, химик, термик юл м‑н эшкәртеүҙе үҙ эсенә ала. Продукцияның төп төрө — табаҡлы Б. (ҡара: Төҙөлөш материалдары). Туймазы медицина быялаһы заводы НС‑1 (төҫһөҙ), СНС‑1 (яҡтылыҡтан һаҡлай торған), МТО (мед. тараһы өсөн төҫһөҙ), ОС (ҡыҙғылт һары) маркалы Б. өрөп эшләнелгән изделиелар — ампулалар, пробиркалар, флакондар, шешәләр, ш. уҡ художестволы һәм керамик изделиелар һ.б. етештерә; “Газпром нефтехим Салават” ААЙ —шыйыҡБ.; “Салаватстекло” — полировкалы, тәҙрә, витрина, автомобиль, сыныҡтырылған һәм өс ҡатлы Б., көҙгө, моллировкаланған изделиелар һ.б.; “СТЕКЛОНиТ” ААЙ — бәләкәй быяла шарҙар, ровингтар, ептәр, конструкциялы, фильтрлау, электр изоляциялау өсөн туҡымалар, фильтрлау селтәрҙәре, махсус аппретура м‑н эшкәртелгән тулыландырыусы быяла онтағы, туҡылмаған быяла‑сүс материалдар һ.б.; Октябрьский фарфор изделиелар з‑ды — һауыт‑һаба, стеналарҙы эске яҡтан йөҙләү һәм иҙәнгә түшәү өсөн плиткалар (ҡара: Биҙәкләү материалдары). Нефтехимия һәм катализ ин‑тында шыйыҡ Б. һәм уның реологик үҙенсәлектәрен, структураланыу һәләтен көйләү, йәбешеү үҙенсәлектәрен яҡшыртыу, йәбештерелгән материалдарҙың ҡалтайыуын кәметеү өсөн глицерин өҫтәмәләре м‑н уны модификациялау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Ю.А.Сангалов). Шулай уҡ ҡара: Быяла‑сүс материалдар, Быяла пластиктар, Быяла һәм фарфор-фаянс сәнәғәте.

Әҙәб.: Аллен А.А. Химия стекла. Л., 1970.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: