Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИМЕРҘАР СТЕРЕОИЗОМЕРИЯҺЫ

Просмотров: 1620

ПОЛИМЕРҘАР СТЕРЕОИЗОМЕРИЯҺЫ, бер төрлө структуралы полимерҙарҙың һәм һәр мономер быуында (П.с. үҙәктәре) асимметрик тетраэдр углерод атомы, икеләтә бәйләнеш йәки цикл тирәләй арауыҡта урынлашҡан (конфигурация) төрлө урын алмаштырыусыларҙың булыу күренеше. Тәбиғәттә П.с. полипептидтар, аҡһымдар, нуклеин кислоталар, тәбиғи каучук һ.б. өсөн хас. П.с. энантиомерия (оптик, хираллектең бер үҙәге булғанда барлыҡҡа килә; ҡара: Изомерҙар, Оптик яҡтан актив берләшмәләр) һәм диастереомерияға (хираллектең бер нисә үҙәге булғанда) бүленә. σ‑ (изомерҙар бер‑береһенән уларҙа булған хираллек элементы өлөштәре конфигурацияһы м‑н айырыла) һәм π‑ (геом. йәки цис‑, транс‑изомерия, бер төрлө эҙмә‑эҙлелек һәм химик бәйләнеш төрөнә нигеҙләнгән) диастереомерия айырыла. Макромолекула фрагменттары конфигурация һаҡланған бәйләүсе бәйләнештәр тирәләй тотҡарланып әйләнгәндә конформацион П.с. йәки боролошло П.с. барлыҡҡа килә (ҡара: Стереохимия). Төрлө арауыҡ формалары өсөн (конформациялар — глобула, йомғаҡ, спираль һ.б.) бер төрлө быуын конфигурациялы макромолекулалар С—С бәйләнешендә оло урын алмаштырыусылар араһында ике ҡырлы мөйөштөң күләмен йәки уларҙың урынлашыуын Ньюмен формулаһында күрһәтә: транс‑ (Т), гош‑ (G). П.с. тиң үҙәктәренең бер тәртиптә урынлашыуы (тактлылыҡ) стереорегулярлыҡты билдәләй (ҡара: Стереорегуляр полимерҙар). Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. аҙ. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) С.Р.Рафиҡов етәкс. 1,4‑транс‑полиизопренды (ҡара: Гуттаперча), Ю.Б.Монаков етәкс. цисһәм транс‑полипиперилендарҙы синтезлау өсөн катализаторҙар эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

Н.Н.Сигаева

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019