Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТЕРЕОХИМИЯ

Просмотров: 1168

СТЕРЕОХИМИЯ (гр. stereos — арауыҡлы һәм химия), молекулаларҙың арауыҡта төҙөлөшөн, уның физик һәм химик үҙенсәлектәренә йоғонтоһон өйрәнгән химия бүлеге. С. нигеҙендә хираллек (ҡара: Изомерҙар), конфигурация (ҡара: Полимерҙар стереоизомерияһы), конформация (молекулаларҙың арауыҡ формаһы) төшөнсәләре ята. ИЮПАК тарафынан стереоизомерҙарҙы билдәләү өсөн цис‑ (Z, үҙәккә, линияға йәки яҫылыҡҡа ҡарата стереоизомерия алмаштырыусылары арауыҡта яҡынлашҡандар), транс‑ (E, арауыҡта алыҫлашҡандар), эритро‑ (Фишерҙың проекция формулаһында алмаштырыусылар бер яҡта урынлашҡан), трео‑ (төрлө яҡта урынлашҡан), молекулаларҙың конформацияһын билдәләү өсөн анти‑ (антиперипланар форма), гош‑ (синклиналь форма) һ.б. приставкалар ҡабул ителгән. Статик йәки конфигурацион [стереоизомерияны тикшереү; хираль молекулаларҙың энантиомер абсолют конфигурацияһын билдәләү (R йәки S), хироптик үҙенсәлектәрҙең структураға бәйле булыуын асыҡлау], динамик (химик реакциялар механизмы теорияһының бер өлөшө; молекулаларҙың арауыҡ төҙөлөшөнөң реакциялар тиҙлегенә һәм йүнәлешенә йоғонтоһон өйрәнеү), теоретик (төп төшөнсәләрҙе, концепцияларҙы, матем. нигеҙләү б‑са тикшереүҙәр, стереохимия процестарының формализмын тасуирлау), конформация анализы (химик реакциялар булмағанда молекулаларҙың “эске тормошон”, уларҙың конформацияларын һәм бер‑береһенә әүерелеүен тикшереүҙәр) С. айырыла. С. теоретик (квант химияһы аппараты, төркөмдәр, күплектәр теорияһы, граф теорияhы, алгебра, топология) һәм эксперименталь (оптик әйләнеш дисперсияhы, түңәрәк б‑са әйләнмәле дихроизм һ.б.; ш. уҡ рентген структуралы анализ, рентген‑ һәм электронография, диполь моменттарҙы һәм оптик активлыҡты үлсәү; ядро‑магнит резонансы, инфраҡыҙыл, УФ спектроскопиялары) ысулдарҙы ҡуллана. Өйрәнеү объекттары — органик һәм органик булмаған эске комплекслы (хелатлы) һәм комплекслы берләшмәләр, молекуляр ансамблдәр (мәҫ., катенан һәм ротаксандар), ш. иҫ. клатраттар (мәҫ., фуллерендар эндокомплекстары). Стереохимия алымын полимерҙар химияһында һәм технологияһында, биохимияла, молекуляр биологияла, фармакол., теоретик органик булмаған һәм органик химияла ҡулланалар; оптик активлыҡты үлсәүҙе шәкәр сәнәғәтендә матдәләрҙең таҙалығын билдәләр өсөн, дарыуҙар, препараттар, хуш еҫле матдәләр етештереүҙә ҡулланалар. Башҡортостанда С. өлкәһендә оптик яҡтан актив берләшмәләрҙе синтезлауға һәм тәбиғи берләшмәләр трансформацияларына бәйле тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты; Л.Ә.Балтина, У.М.Джемилев, М.С. Мифтахов, В.Н.Одиноков) Г.А.Толстиков етәкс., 80‑се йй. ӨНИ‑лә (В.В.Зорин һ.б.) башлана. 13С ядро‑магнит резонансы спектрҙарында күҙәтелгән диастереомерҙар эффекттарын анализлау нигеҙендә стереоизомерҙарҙы идентификациялау өсөн ғәҙәти булмаған юлдар тәҡдим ителә.

Әҙәб.: Общая органическая химия. В 12 т. Т.1. Стереохимия, углеводороды, галогенсодержащие соединения. М., 1981; Н о г р а д и М. Стереохимия. М., 1984.

Л.М.Хәлилов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: