Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУННЕЛЬ ЭФФЕКТЫ

Просмотров: 677

ТУННЕЛЬ ЭФФЕКТЫ, үҙенең тулы энергияһы барьер кимәленән түбән микроөлөшсәнең потенциаль барьеры аша үтеүе; квант тәбиғәте күренеше. Билдәһеҙлек принцибы нигеҙендә аңлатыла: микроөлөшсәнең барьер эсендәге арауыҡ өлкәһендә теркәлеүе уның импульсын билдәләмәй, шуға күрә өлөшсәне тыйылған (классик механика күҙлегенән ҡарағанда) өлкәлә осратыу, йәғни уның потенциаль барьеры аша үтеүе (туннель аша үтеү) ихтимал. Был ихтималлыҡ Т.э. характеристикаларын билдәләй һәм өлөшсәнең ауырлығына, барьер кимәле м‑н өлөшсәнең энергияһы араһындағы айырмаға, потенциаль барьерҙың киңлегенә бәйле. Т.э. атом (электр ҡырында атомдың автоионизацияһы), ядро (радиоактив ядроларҙың α‑тарҡалыуы) физикаһындағы, ҡаты есемдәр физикаһындағы (электрондарҙың автоэлектрон эмиссияһы) һ.б. төрлө процестарҙы аңлата. Т.э. ҡүлланып диодтар һәм транзисторҙар, микроскоптар һ.б. уйлап сығарылған. Башҡортостанда Т.э. өйрәнеү 20 б. 70‑се йй. Башҡорт дәүләт университетында башлана. Юғары омлы ярымүткәргестәрҙән яҡтылыҡҡа һиҙгер автоэлектрон эмиссияһы, көсөргәнештең импульслы тәьҫире ваҡытында туннелле электрон эмиссияһының кинетика күренештәре асылған һәм өйрәнелгән, металл катодтан сыҡҡан эмиссия тогының тығыҙлығы юғары булғанда электрондар энергияһының бүленеше тикшерелгән һәм туннель тогы энергияларының аномаль бүленешенең тәбиғәте тәүге тапҡыр моделдәр ярҙамында хисаплау юлы м‑н күрһәтелгән (Р.З.Бәхтизин). Перспективалы материалдарҙың электрон структураһын өйрәнеү өсөн ҡыр электрон спектроскопияһы ҡулайламаһы файҙаланылған (Ю.М.Йомағужин). Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында сканирлаусы туннель микроскопияһы ярҙамында полимер плёнкаларҙың эмиссион һәм структур характеристикалары өйрәнелгән, квазинуль үлсәмле структуралар төҙөлгән һәм тикшерелгән, наноструктуралар формалашыуының үҙенсәлектәре асылған (А.Н.Лачинов). Авиация техник университетында “NTEGRAPrima” туннель микроскобы ҡулланыла. Математика институтында (Ю.А.Кордюков) Пари-Сюд ун‑ты (Франция, Орсе ҡ.; Б.Хельффер) м‑н берлектә тышҡы магнит ҡыры буйлап хәрәкәт иткән микроөлөшсә өсөн Т.э. өйрәнелгән, квазиклассик сиктә уның характеристикалары баһаһы алынған.

Әҙәб.: К о р д ю к о в Ю.А., Х е л ь ф ф е р Б. Периодические магнитные операторы Шрёдингера: лакуны в спектре и туннельный эффект //Труды математического института им. В.А. Стеклова. 2008. Т.261.

Ю.М.Йомағужин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: