Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВ Ғ. МУЗЕЙЫ

Просмотров: 970

СӨЛӘЙМӘНОВ Ғ. МУЗЕЙЫ, Баймаҡ р‑ны 1‑се Төрөкмән а. урынлашҡан.__ 1992 й. Ғ.З.Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. Шул уҡ йылда экспозиция асыла. 1995 й. алып Милли музей филиалы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 700‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. ҡурайсының шәхси әйберҙәре, наградалары, тормошо һәм ижады т‑да фото һәм документаль материалдар, уның Р.М.Нурмөхәмәтов яҙған портреты. Шулай уҡ Баймаҡ р‑нының билдәле ҡурайсылары т‑да материалдар, ҡурай коллекцияһы күрһәтелгән. 3 залда урынлашҡан экспозиция этнография, мемориаль һәм ауыл тарихы бүлектәренән тора. Музейҙа күмәк кеше ҡатнашлығында халыҡ байрамдары, йәш ҡурайсылар конкурстары ойошторола.

Г.Н.Туҡтарова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: