Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЮЛЬКИН А.Э. ЙОРТ-МУЗЕЙЫ

Просмотров: 1180

ТЮЛЬКИН А.Э. ЙОРТ‑МУЗЕЙЫ, Нестеров М.В. исемендәге художество музейы филиалы. Өфөлә урынлашҡан. 1994 й. Тюлькин А.Э. мемориаль йорт‑музейы булараҡ ойошторола, унда 1920—80 йй. А.Э. Тюлькин йәшәгән. Музей фондында 103 һаҡлау берәмеге. 4 бүлмәлә урынлашҡан экспозицияла Тюлькин йортоноң интерьеры тергеҙелгән; уның әҫәрҙәре, шәхси әйберҙәре, тормошо һәм ижады т‑да фотоматериалдар, реконструкцияланған оҫтаханала мольберт ҡуйылған. Йорт‑музей терр‑яһында Тюлькин тарафынан ултыртылған алмағастар һәм сирендәр үҫкән баҡса бар. Йорт‑музейҙа башҡ. рәссамдары һәм балалар ижады күргәҙмәләре үткәрелә. Бина — 20 б. башы тарих ҡомартҡыһы һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Сообщения Башкирского государственного художественного музея имени М.В.Нестерова: юбил. изд. Уфа, 2001; Мемориальный дом‑музей А.Э.Тюлькина: альбом /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2008.

Ф.Я.Нәбиуллин

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: