ҠЫРҠ ТУҒЫҘЫНСЫ ӨЙРӘНСЕК УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ
978
ҠЫРҠ ТУҒЫҘЫНСЫ ӨЙРӘНСЕК УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1942 й. авг. Өфөлә 4‑се айырым өйрәнсек бригадаһы булараҡ ойошторола; 1944 й. июненән — 49‑сы өйрәнсек дивизияһы. Көньяҡ Урал хәрби округына ингән. 5 полктан (автоматсылар полкынан, миномёт, пулемёт һәм 2 снайпер полкынан) торған. Армияның личный составы резервтарын әҙерләүгә тәғәйенләнгән. 1945 й. нояб. таратыла. Ком.: ген.-майорҙар М.Ә.Әбсәләмов (1942 й. алып), Дубянский (1943—45).
Әҙәб.: Бикмеев М.А. Военный вклад Башкортостана в победу в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг. Уфа, 1997.
М.Ә.Бикмәев
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: