Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ЦИРКЫ

Просмотров: 1162

ӨФӨ ЦИРКЫ, Рәсәй дәүләт цирк компанияһы филиалы. Өфө дәүләт циркы 1968 й. 5 нояб. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы Т.В.Дурова етәкс. программа м‑н асыла. 2 мең урынлыҡ тамаша залы, адм. кабинеттары, көнкүреш бүлмәләре, грим бүлмәләре, балет‑спорт залы, “Арена” дөйөм ятағы һ.б. бар. 1970 й. БАССР МС‑ы ҡарары м‑н “Союзгосцирк” Бөтә Союз берекмәһе ҡатнашлығында Өфө циркы эргәһендә Башҡорт цирк студияһы ойошторола. Уны тамамлаусылар (55 кеше) Башҡортостанда проф. цирк сәнғәтенә нигеҙ һала. Башҡорт цирк коллективының (1991 й. тиклем эшләй) “Сәскә ат, Башҡортостан!” программаһы м‑н беренсе тамашаһы 1973 й. 7 сент. ҡуйыла. Һуңыраҡ “Йөрәктән йөрәккә” (1979), “Манеждағы һабантуй” (1984), “Дуҫлыҡ аренаһы” (1989) программалары эшләнә. Өфө циркы аренаһында РФ‑тың халыҡ артистары А.С.Дементьев, И.Э.Кио, Т.А.Корнилова, Т.Т.Нугзаров, Н.Я.Сквирский, В.В.Тихонов, СССР‑ҙың халыҡ артистары В.М. һәм М.М.Запашныйҙар, Ю.В.Никулин, О.К.Попов һ.б. сығыш яһай. Башҡорт циркы артистары СССР буйлап һәм донъяның 18 илендә гастролдәрҙә була. Өфө циркы м‑н Л.В. Авершина, Н.П.Барзилович, А.Ғ.Вилданов, Ю.Х.Ғәзизов, Г.М.Ғәзизова, Р.Н.Дербишева, Ф.Х.Иҡсанов, Ғ.Ш. Имашева, Йәрмөхәмәтовтар, Касеевтар, Ш.К.Кинйәкәев, С.Ғ.Кирәев, Кокориндар, Солтангәрәевтар, Фәйрүзевтар, Шакировтар, Әсәҙуллиндар һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Дир.: Х.Х.Хамматов (1968 й. алып), П.Я. Шишкин (1970 й. алып), Д.В.Бондаренко (1973 й. алып), Е.Г.Шуф (1987 й. алып), Р.М.Ҡоҙаяров (1989 й. алып), О.В.Михайлищев (1999 й. алып), Г.Р.Туҡтарова (2014 й. алып). Өфө циркы бинаһы 20 б. 2‑се ярт. ҡараған архитектура ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019