Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОЛКАЧЁВ Константин Борисович

Просмотров: 1933

ТОЛКАЧЁВ Константин Борисович (1.3.1953, Сталинск ҡ.), дәүләт эшмәкәре, юрист. Юридик фәндәр докторы (1998), профессор (1998). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған юрисы, РФ ЭЭМ‑ының почётлы хеҙмәткәре (2000). Эске хеҙмәт генерал‑майоры (1998). СССР ЭЭМ‑ының Рязань юғары мәктәбен (1977), СССР ЭЭМ‑ы академияһын (Мәскәү ҡ., 1984) тамамлаған. 1977 й. алып РФ ЭЭМ‑ы системаһында эшләй. 1996—2003 йй. РФ ЭЭМ‑ының ӨЮИ начальнигы. 2003 й. башлап отставкала. 1999 й. алып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 2—6‑сы саҡырылыш рәйесе. 1999—2001 йй. Европа Советында (Страсбург ҡ., Франция) Урындағы һәм төбәк властары конгресының Төбәк палатаһында РФ вәкиле урынбаҫары, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советында Конституцион ҡануниәт комитеты ағзаһы. РФ Закон сығарыусылар советы ағзаһы, БР Башлығы ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре комиссияһы рәйесе (икеһе лә — 2002 й. алып). “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһендә Сәйәси совет секретары (2009 й. алып), секретарҙың 1‑се урынбаҫары (2019 й. алып). Фәнни тикшеренеүҙәре дәүләт һәм хоҡуҡтың дөйөм теорияһы, конституцион хоҡуҡ һәм кеше хоҡуҡтары проблемаларына арналған. Александр Невский (2019), Почёт (2003), Дуҫлыҡ (2013), “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2003), Салауат Юлаев (2008) һ.б. ордендар менән бүләкләнгән.

  Хеҙм.: Методологические и правовые основания реализации личных конституционных прав и свобод человека и гражданина и участие в ней органов внутренних дел. СПб., 1997; Политические проблемы федерализма: взаимодействие органов власти Российской Федерации и Республики Башкортостан. Уфа, 2001.

Р.Р.Өмөтбаев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.08.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: