Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ТАТЫШ, Илеш р-нындағы ауыл

Просмотров: 986

ИҪКЕ ТАТЫШ, Илеш р-нындағы ауыл, Ябалаҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 55 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 162 км алыҫлыҡта Татыш күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1529 кеше; 1920 — 1309; 1939 — 1213; 1959 — 1041; 1989 — 614; 2002 — 485; 2010 — 451 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1748 й. Татыш исеме м‑н билдәле. 1795 й. 36 йортта 290 кеше йәшәгән, 1865 й. 186 йортта — 1009 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, земство мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1917 й. һәм 1920 й. араһында Яңы Татыш а. (хәҙ. Краснокама р‑ны) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. И.Т. эргәһендәге Татыш күле — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Б.Ғ.Шәрифйәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: