Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУТЕНИХИН Валерий Петрович

Просмотров: 1314

ПУТЕНИХИН Валерий Петрович (20.5.1957, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Мораҡ а.), популяция генетигы, ботаник. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2013). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2017). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Ҡариҙел, Архангел райондарының, Өфө ҡ. (39‑сы) урта мәктәптәрендә уҡытыусы. 1983 й. алып Өфө производство урман хужалығы берекмәһендә, 1985 й. — Биохимия һәм цитохимия бүлегендә; 1988 й. башлап Көньяҡ Урал Ботаника баҡса‑институтында: 1992—93 йй. директор урынбаҫары, 1995 й. алып лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2003—09 йй. БДУ‑ла уҡыта, 2019 й. алып баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге Уралдағы һәм БР‑ҙағы ағас үҫемлектәрҙең фенотипик үҙгәреүсәнлеген, популяцияларға бүленешен, интрогрессив гибридизацияһын һәм микроэволюцияһын өйрәнеүгә, уларҙың интродукцияһына, урмандарҙың генофондын һаҡлап ҡалыуға, Урал‑Волга буйындағы ботаник‑географик тикшеренеүҙәр тарихына арналған. П. тарафынан генетик урман резерваттары айырып күрһәтелә, дендрологик тәбиғәт ҡомартҡылары асыҡлана, гибрид‑орлоҡ плантациялары булдырыла, ағас үҫемлектәрҙең декоратив төрҙәре һәм формалары интродукциялана, ағас төрҙәрен популяциялар нигеҙендә генетик яҡшыртыу ысулдары эшләнә. 

 Х е ҙ м.: Лиственница Сукачёва на Урале: изменчивость и популяционно‑генетическая структура. М., 2004 (авторҙ.); В сердце Евразии (природа Урало‑Поволжья в известиях древних писателей, учёных и путешественников). Уфа, 2013; Кедр сибирский в Башкирском Предуралье и на Южном Урале: биологические и лесоводственные особенности при интродукции. Уфа, 2017 (соавт.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.04.2023