Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЕЛӘҮҺЕН

Просмотров: 762

ҺЕЛӘҮҺЕН (Felis lynx), йыртҡыстар отрядының бесәй һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 82—107 см, ауырлығы 8—17 кг (һирәк осраҡта 32 кг тиклем), инә Һ. вағыраҡ. Төҫө тоноҡ һары‑күкһелдән алып көрәнһыу ҡыҙылға тиклем, арҡаһында, ян‑яҡтарында һәм аяҡтарында ҡара таптар бар; ҡыш көнө йөнө ҡуйы, йомшаҡ. Башы йомро; сикә һаҡалы була. Ҡолаҡтары киң, остарында оҙон суҡтар бар. Муйыны ҡыҫҡа. Аяҡтары оҙон, көслө; тәпәйҙәре киң, бармаҡтары ярылар м‑н тоташҡан. Тырнаҡтары эскә батҡан, осло, бөгөлгән. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Полигам. Енси яҡтан йәшәүенең 2‑се йылына өлгөрә. Ғәҙәттә 2—3 бала тыуҙыра. 20 йылға тиклем йәшәй. Күбеһенсә эңерҙә һәм төндә әүҙем була; ағас баштарына яҡшы үрмәләй. Ваҡ кимереүселәр, ҡуян һымаҡтар, ҡоштар, ҡайһы берҙә ҡуш тояҡлылар м‑н туҡлана. Ваҡ ағаслығы ҡуйы һәм дауыл ауҙарған ағастары күп булған ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа йәшәй. Далалы райондарҙан башҡа БР‑ҙың бөтә терр‑яһы буйлап осрай. Һунар объекты.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.03.2024