Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОССЮРЕЯ

Просмотров: 663

СОССЮРЕЯ (Saussurea), астра һымаҡтар ғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американыңһәм Австралияның арктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрөүҫә. Күп йыллыҡүләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тармаҡлы (өҫкөөлөшөндә), бейеклеге 20—120 см тиклем. Япраҡтары сиратлы, аҫҡылары оҙон һаплы, өҫкөләре — ултырма, шыма (татырлыҡ С. — ҡауырһын һымаҡ теленмәле), күп осраҡта эллипс формаһында, уймалытешле ситле йәки шыма ситле. Сәскәләре көпшәле, ике енесле, алһыуҙан алып миләүшә төҫөнә тиклем, урамаһы күп рәтле. Кәрзине яңғыҙар йәки ҡалҡан рәүешле сәскәлектә урынлашҡан. Июль—сент. сәскә ата. Емеше — 2—3 рәт төктәрҙән (тышҡылары эскеләренәҡарағанда күпкәҡыҫҡараҡ) торған өлпөлө орлоҡса, авг.—сент. өлгөрә. Бәхәсле С. — БРҙың төньяҡһәм үҙәк өлөшөнөң ылыҫлы урмандарында, әсе С. һәм татырлыҡ С. — татырлыҡтарҙа, ваҡ сәскәле С. — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һаҙлыҡтарында һәм респ. төньяҡкөнсығышында, урал С. тау тундраһында (Машаҡһырты, Ирәмәл тауы) үҫә. Составында флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт ваҡ сәскәле С., эндемик урал С. БРҙыңҠыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

СОССЮРЕЯ (Saussurea), астра һымаҡтар ғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американыңһәм Австралияның арктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрөүҫә. Күп йыллыҡүләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тармаҡлы (өҫкөөлөшөндә), бейеклеге 20—120 см тиклем. Япраҡтары сиратлы, аҫҡылары оҙон һаплы, өҫкөләре — ултырма, шыма (татырлыҡ С. — ҡауырһын һымаҡ теленмәле), күп осраҡта эллипс формаһында, уймалытешле ситле йәки шыма ситле. Сәскәләре көпшәле, ике енесле, алһыуҙан алып миләүшә төҫөнә тиклем, урамаһы күп рәтле. Кәрзине яңғыҙар йәки ҡалҡан рәүешле сәскәлектә урынлашҡан. Июль—сент. сәскә ата. Емеше — 2—3 рәт төктәрҙән (тышҡылары эскеләренәҡарағанда күпкәҡыҫҡараҡ) торған өлпөлө орлоҡса, авг.—сент. өлгөрә. Бәхәсле С. — БРҙың төньяҡһәм үҙәк өлөшөнөң ылыҫлы урмандарында, әсе С. һәм татырлыҡ С. — татырлыҡтарҙа, ваҡ сәскәле С. — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һаҙлыҡтарында һәм респ. төньяҡкөнсығышында, урал С. тау тундраһында (Машаҡһырты, Ирәмәл тауы) үҫә. Составында флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт ваҡ сәскәле С., эндемик урал С. БРҙыңҠыҙыл китабына индерелгән. А.Ә.Мулдашев Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019